Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто (Сальск)
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сальск[d] |
Советтар Союзы Геройы Н.И. Филоненко исемендәге Сальск Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто — балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү өсөн өҫтәмә белем биреү системаһына ингән учреждение. Ростов өлкәһенең Сальск ҡалаһында урынлашҡан
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салськ ҡалаһында Пионерҙар йорто 1936 йылда ВЛКСМ Үҙәк комитетының генераль секретары Александр Косаревтың әүҙем булышлығы арҡаһында асыла. Был Рәсәйҙең көньяғында ауыл районында беренсе пионер йорто була.
Сальск Пионерҙар йортоноң беренсе директоры Татьяна Алексеевна Аксакова, ә музыкаль етәксеһе Василий Степанович Барнаш була[1], "оҫта ҡулдар", бейеү, хор түңәрәктәре эшләй[2].
Пионерҙар йортонда 100-ҙән ашыу төрлө түңәрәктәр эшләй, унда 6 йәштән алып 17 йәшкә тиклем яҡынса 2 мең бала йөрөй.
Пионерҙар йортоноң ижади бейеү коллективы 1995 йылдың декабренән беренсе нигеҙ һалыусыһы В.С. Барнаш исемен йөрөтә[2]. Ярты быуаттан ашыу В.С.Барнаш балаларға халыҡ бейеүҙәрен өйрәтә. Бер үк ваҡытта 150 кешегә тиклем бейей — бөтә коллектив. Сальск ҡалаһында бөтә байрам концерттары Василий Степановичтың балалар коллективы ҡатнашлығында үтә.
1999 йылда Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона Сальск ҡалаһында тыуған Советтар Союзы Геройы Филоненко Николай Иванович исеме бирелә.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағында 1965 йылдың 8 майында революцион һәм хәрби дан музейы асыла, уға фототүңәрәк етәксеһе Эюпов Эдем Газиевич нигеҙ һала[2].[3]. Әлеге ваҡытта музейҙың исеме «Ватанға хеҙмәт итәм» тип атала[4].
Музейҙа 4 меңдән ашыу экспонат бар, ул "Был Сальск далаларында була" һәм "Бөйөк Ватан һуғышы" исемле залдарҙа урынлаштырылған. Пионерҙар һәм уҡыусылар йортондағы музей Сальск ҡалаһы Сальск һәм районында йәштәргә героик-патриотик тәрбиә биреүҙең үҙәге булып тора.
Сальск Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда туризм эше мөһим урын биләй, йәйәүлеләр туризмы буйынса 14 түңәрәк эшләй.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда шулай уҡ театр сәнғәтенең ижади коллективтары эшләй (йәш актёр театры), хор коллективтары, фольклор төркөмдәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәктәре һ.б. эшләй. 1991 йылда Яңы Сальск биҫтәһендә Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң филиалы асыла[2].
Фотогалереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Донской временник - электронный краеведческий журнал Ростовской области . donvrem.dspl.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Сальский Дом пионеров "Это наша с тобой биография", г. Сальск, 1996 год/ издательство ООО"Талер"
- ↑ Донской временник - краеведение Ростовской области . donvrem.dspl.ru. Дата обращения: 2 сентябрь 2017.
- ↑ Сальскньюс . Сальскньюс. Дата обращения: 2 сентябрь 2017. 2017 йыл 9 сентябрь архивланған.