Эстәлеккә күсергә

Пищало замогы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пищало замогы
бел. Пішчалаўскі замак
Нигеҙләү датаһы 1825
Рәсем
Нигеҙләүсе Q98422551?
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Урынлашҡан урамы Улица Володарского (Минск)[d]
Дата производства 1825
Архитектор Хршчанович, Казимир Мельхиорович[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Обитатель Следственный изолятор № 1[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Карта
 Пищало замогы Викимилектә

Пищало замогы (шулай уҡ «Минск төрмә замогы» тип тә атала) — неоклассицизм стилендә төҙөлгән һарай, Минск үҙәгендә тарихи бина, 1-се тикшереү изоляторы, Володарский урамында урынлашҡаны өсөн ябай һөйләш телендә шулай уҡ Володарка тип тә атала[1].

XX быуат башында Пищалов замогы

1825 йылда Романов биҫтәһендә архитектор Казимир Хрщанович проекты буйынса (алпауыт Рудольф Пищало заказы буйынса, уның хөрмәтенә бинаны Пищало замогы тип атайҙар) классицизм стилендәге тәүге бина төҙөлә. Ҡайһы бер яңылышлыҡтар буйынса Пищало һарай архитекторы түгел[2], ә генераль подрядсыһы ғына була, ул иҫкеһе урынына яңы таш төрмә төҙөү өсөн конкурста еңеп, төҙөлөш өсөн ҡаҙнанан аҡса ала. 200 йыл буйына бина тура тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыла. Төрмәлә күп сәйәси тотҡондар ултырып сыға: 1830—31 һәм 1863—64 йылдарҙа Винцент Дунин-Марцинкевич етәкселегендәге баш күтәреүселәр һәм шағирҙар Карусь Каганец, Алесь Гарунь, Якуб Колас, генерал-губернатор Курлов ғүмеренә ҡул һуҙыусы революционер Иван Пулихов язалап үлтерелә.

Сталин репрессиялары осоронда, 1937 йылдың 29 октябрҙең 30 октябренә ҡарай төндә НКВД хеҙмәткәрҙәре 36 белорус мәҙәниәт, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен замок подвалында атып үлтерә. Тағы шул уҡ төндә 52 кеше, Пищало замогынан алыҫ түгел ерҙә НКВД эске төрмәһе бинаһының подвалында язалап үлтерелә. 1937— 1940 йылдарҙа репрессиялар ваҡытында Пищало замогында советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп бөтәһе 100-гә яҡын кеше язалана[3].

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Пищало замогында әсиргә алынған партизандар һәм подпольщиктарҙы тоталар. Ҡайһы берҙәре замокта язалап үлтерелә.

1953 йылдан был Белоруссия ССР-ында үлемгә хөкөм ҡарары үтәлгән берҙән-бер учреждение[4].


2008 йылдың 20 апрелендә һарайҙың башняларының береһе емерелеп төшә (бер кем дә зыян күрмәй)[5].

Пищало һарайы бинаһында Минск ҡалаһының 1-се изоляторы урынлаша. Ул Белоруссия ССР-ында һәм хәҙерге Европала атып үлтереү юлы менән үлем язаһын башҡарған берҙән-бер холоҡ төҙәтеү учреждениеһы булып тора. 1991 йылдан изоляторҙа барлығы 330 кеше үлем язаһына хөкөм ителгән[6].

Билдәле тотҡондары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Михаил Чигирь (19992000)

Пищало замогында үлтерелеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пулихов, Иван Петрович (1906 йылда аҫып үлтерелә)
Сталин репрессиялары ҡорбандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дударь Алесь (1937 йылда атылған)
  • Зарецкий Михась (1937 йылда атылған)
  • Кореневский Иосиф Петрович (1937 йылда атылған)
  • Моряков Валерий Дмитриевич (1937 йылда атылған)
  • Яркин Виктор Иванович (1937 йылда атылған)
  • Балицкий Антон Васильевич (1937 йылда атылған)
  • Некрашевич Степан Михайлович (1937 йылда атылған)
  • Цвикевич Александр Иванович (1937 йылда атылған)
  • Щербаков Василий Карпович (1938 йылда атылған)
  • Пивоваров Зяма Романович (1937 йәки 1938 йылда атылған)
  • Михась Чарот (1937 йәки 1938 йылда атылған)
  • Дьяков Ананий Иванович (1937 йылда атылған)