Эстәлеккә күсергә

Платов майҙаны (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Платов майҙаны
Төйөн табылған ҡалыптар: Ҡалып:Wikidata-coords
Новочеркасск ҡалаһы
Общая информация
Прежние названияҠунаҡһарай майҙаны, Александр майҙаны 
Артҡы планда - Платов майҙаны
Артҡы планда - Платов майҙаны

Платов майҙаны — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһы үҙәгендәге майҙан.

Ҡала планын төҙөгәндә, Новочеркассктың тәүге архитекторы Франц де Волан ҡала үҙәгенә ҙур майҙанды урынлаштыра. Ул хәҙер Александр, Пушкин, Атаман урамдары һәм Платов проспекты атамалары менән йөрөгән урамдар менән уратыла. Майҙан яйлап төҙөлә. 1805 йылдың 18 майында унда сауҙа өсөн тәғәйенләнгән Ҡунаҡһарай бинаһы һалына. Башта майҙан Ҡунаҡһарай майҙаны тип атала.

В. Броневский үҙенең «Дон ғәскәре тарихы. Дон ере һәм Кавказ минераль һыуҙары тасуирламаһы» (1834) китабында майҙанды баҡса участкалары булған буш урын тип һүрәтләй. Майҙандың төп төҙөлөшө булып тиҙ арала күтәрелгән тәҙрәһеҙ Ҡунаҡһарай тора.

Мазер Карл. Александр майҙанында Платовҡа һәйкәл асыу

1841 йылда Новочеркасскта урамдарға һәм майҙандарға рәсми исем бирелә. Каруанһарай майҙаны Императором Александр килгәндән һуң, Александр исемен ала. 1853 йылдың майында майҙанда атаман М. И. Платовҡа (скульпторы А. А. Иванов, Н. А. Токарев, П. К. Клодт) һәйкәл асыу тантанаһы үтә.

Был ваҡытҡа майҙанда 1844 йылда төҙөлгән, өлкә идараһын һәм округ судын да индереп, өлкә йәмәғәт урыны, Ҡунаҡһарайҙың ағас кибеттәре, ағас Александр сиркәүе, боронғо ҡурғандар була. Һуңыраҡ Ҡунаҡһарайҙың ағас кибеттәре һүтелә, улар урынына 1857 йылда сауҙа рәттәренеү таш бинаһы (архитекторы И. О. Вальпреде) төҙөлә. 1860 йылда Александр баҡсаһы эргәһендә наказлы атаман һәм ҡалға килеүсе юғары даирәләр өсөн Атаман һарайы һалына башлай.

ХIХ быуатта Александр майҙанына һуйырташ түшәлә. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Новочеркасск күренештәре менән открыткалар сығарыла. Уларҙың береһендә Александр майҙаны ла бар.

Әлеге ваҡытта Платов майҙаны Новочеркассктың төп майҙаны булып тора. Унда ҡала байрамдары һәм фестивалдәр үткәрелә.

Новочеркасск. Энциклопедия. Новочеркасск. Изд. Новопринт. 2005. С. 74. ISBN 5-94549-006-7.