Эстәлеккә күсергә

Атаман һарайы (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай
Атаман һарайы
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск
Архитектура стиле ампир
Проект авторы Вальпреде Иван Осипович
Нигеҙләнгән 1863 йыл
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101011000№ 6101011000

Атаман һарайы — Новочеркасскта XIX быуаттың граждан архитектураһы. 1863 йылда Александр баҡсаһында Дон ғәскәренең наказлы атаманының рәсми резиденцияһы булараҡ төҙөлә. Һарай шулай уҡ батша һәм уның вариҫтарының Новочеркасскка килгән ваҡытында туҡталыу урыны була. Бында Донға килгән юғары даирәләр, шул иҫәптән императорҙары Александр II, Александр III, Николай II туҡтала[1]. Һарай Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә[2].

Резиденция фасады классицизм стилендә эшләнгән. Мөйөштәге ризалиттарҙың суйын кронштейн менән нығытылған япма менән тоташтырылған, ҡойолған декоратив ҡойма менән балконлы ҡуш пилястрҙары бинаға һарайы күренеше бирә. Уның эсенлдә тантана залдары, нәзәкәтле итеп ҡойолған суйын баҫҡыстар бар[3]. Интерьерҙар һыланып, кафель мейестәр, мәрмәр менән йөҙләнгән каминдар, һырлы мебель һәм инкрустация менән биҙәлгән. Залдарҙың береһендә Дондың үткәндәрҙәге хәрби эшмәкәрҙәренең картиналары галереяһы ҡуйылған.

Һарайҙың көнсығыш яғында 1869 хәҙер юҡҡа сыҡҡан Симеон Персианин сиркәүе була. Бинаның түбәнге ҡатында ярҙамсы биналар урынлаша. Ҡорам үҙе икенсе ҡатты биләй. Ул киң, майҙаны 120  м² була. Залының түбәләре бейеклеге 7 метр тәшкил итә. Төньяҡ һәм көньяҡ фасадта ҙур өс тәҙрә була. Сиркәү стеналарын дүрт һәм алты сатлы тәреләр һәм йондоҙҙар ҡаплай. Һәр тәҙрә өҫтөндә икешәр түңәрәк медальон тора, уларҙа күрәһең, киндергә төшөрөлгән һүрәттәр булғандыр. Сиркәү түбәһе аҡланып, төрлө үҫемлектәр һындандырылып эшләнә. Ҡоармды 1869 йылдың 8 ноябрендә владыка Платон изгеләндерә

Атаман һарайы 1905 йылдар тирәһендә

Новочеркасск Атаман йорт-музейы 1860 йылдан 1863 йылға тиклем академик И. О Вальпреде проекты буйынса атаман М. Г. Хомутов етәкселегендә Дон ғәскәренең наказлы атаманын урынлаштыру һәм юғары дәрәжәле ҡунаҡтарҙы ваҡытлыса йәшәтеү өсөн төҙөлә. Был турала ҡарар Хәрби Совет тарафынан ҡабул ителә һәм, Ғали йәнәптәре 1860 йылдың 24 мартында раҫлағас, көсөнә инә.

Төҙөлөшкә ғәскәри төҙөлөш капиталынан 115 мең һум аҡса бүленә. 1861 йылдың 10 ноябрендә атаман Хомутов үҙенең хәрби министрға рапортында, Новочеркасск ҡалаһында Атаман йорто төҙөлөшө ахырына етеүе, ә 1862 йылда унда эштәр тулыһынса тамамланасағы һәм уны ғәскәр иҫәбенә мебель менән тәьмин итеү кәрклеге, сөнки бина, » наказной атамандан тыш, Юғары даирәләр килгәндә, улар өсөн дә бина" булып хеҙмәт итеүе тураһында белдерә. Хомутов фекеренсә, 10 бүлмә өсөн 10 мең һум көмөш баһаһы торған йыһаз кәрәк була. Барлыҡ эштәр 1863 йылдың октябрендә тамалана, барлығы 135 083 һум 86 тин аҡса тотонола[4].

Атаман һарайы интерьеры

Атаман һарайында йорт сиркәүе булдырыу фекере һуңыраҡ барлыҡҡа килә. Быға император [ Александр Икенсегә] 1866 йылдың 4 апрелендә һөжүм итеү сәбәп була. Ғали йәнәптәренең ҡотолоп ҡалыуын Дондың һәр урынында ғибәҙәт ҡылыуҙар менән билдәләнә. Атаман һарайының тәғәйенләнеше тәүҙән үк Дон атаманы өсөн генә түгел, юғары даирәләрҙе ҡабул итеү өсөн дә тәғәйенләнгәс, бинаға был ваҡиға хөрмәтенә йорт сиркәүе бинаһын төҙөргә ҡарар ителә. Дон халҡының башланғысын 1867 йылда Дон кафедраһына тәғәйенләнгән архиепископ Платон (Городецкий) хуплай һәм төҙөлөшкә һәм 5 апрелде тәхет байрамы итеп үткәреүгә рәхсәт бирә. Йорт сиркәүе ике ҡатлы итеп төньяҡ-көнсығыш яҡҡа, төп бина менән бер стилдә төҙөлә.

Граждандар һуғышы йылдарында Атаман резиденцияһында контрреволюция етәкселәренең штабы була. 1927 йылда һарай бинаһын район башҡарма комитеты, халыҡ мәғарифы бүлеге, һаулыҡ һаҡлау бүлеге, социаль тәьминәт бүлеге, административ бүлек, физкультура советы биләй. 1942 йылдың 30 июнендә, Новочеркасскты Вермахт ғәскәрҙәре оккупациялауҙың бишенсе көнөндә, Атаман һарайында оккупанттар ҡарамағындағы ҡала менән идара итеү органы урынлаша.

1991 йылда бында КПСС ҡала комитеты хеҙмәткәрҙәре биләгән бүлмәләр ҡала хакимиәтенә тапшырыла. 1998 йыл һуңында хакимиәт бинаға ағымдағы ремонт үткәрә. 1999 йылдың 31 декабрендә Губернатор В. Ф. Чубтың «Атаман һарайын Ростов өлкәһенең дәүләт милке итеп раҫлау тураһында» ҡарары сыға. Уға ярашлы, бина Дон казактары тарихы музейы балансына күсә һәм уның филиалы булып китә.

2001 йылдың 23 мартында хакимиәт Атаман һарайынан китә. Бушаған бина тантаналы рәүештә Дон казактары тарихы музейы етәкселегенә тапшырыла. Уның беренсе ҡатында төрлө музей экспозициялары урынлаша, икенсе ҡатында тантаналар бинаһы интерьеры булдырыла, Оло ҡунаҡхана, Ашхана, Атаман кабинеты урынлаша. Шул уҡ ҡатта Донской атаманы А. М. Калединдың мемораиль бүлмәһен асыла. Йорттағы Симеоновский сиркәүен тергеҙең планлаштырыла, унда Дон епархияһының 18291920 йылдарҙағы тарихы буйынса материалдар урын аласаҡ.

  1. Атаманский дворец. Официальный сайт города Новочеркасск. Дата обращения: 31 декабрь 2016.
  2. Здание Атаманского дворца. ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. Дата обращения: 27 декабрь 2016. 2017 йыл 1 ғинуар архивланған.(урыҫ.). ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. 27 декабрь 2016 тикшерелгән.
  3. № 102 - Атаманский дворец. 1863 г. Новочеркасск. Резиденция донских атаманов. Марка туриста. Дата обращения: 31 декабрь 2016. 2017 йыл 26 апрель архивланған.
  4. Атаманский дворец. История. Музей истории Донского казачества. Дата обращения: 31 декабрь 2016. 2017 йыл 24 ғинуар архивланған.