Симеон Персидский сиркәүе
Православие ғибәҙәтханаһы | |
Симеон Персидский сиркәүе
| |
Атаман һарайының һул яғындағы революцияға тиклемге йорт сиркәүе Атаман һарайының һул яғындағы революцияға тиклемге йорт сиркәүе | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Новочеркасск, Ростов өлкәһе |
Конфессия | Православие |
Епархия | Ростов һәм Новочеркасск |
Проект авторы | Вальпреде Иван Осипович |
Төҙөлөшө | 1867—1869 йылдар |
Бөгөнгө хәле | тергеҙелә |
Сайт | Рәсми сайт |
Симеон Персидский сиркәүе — Новочеркасск ҡалаһындағы Атаман һарайы янында төҙөлгән православие йорт сиркәүе. Шулай уҡ сиркәү Изге ыҙа сигеүсе Персия епискобы руханийы Симеон йәки Атаман һарайындағы Персия Симеоны йорт сиркәүе.[1]
История
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаман һарайы 1863 йылда төҙөлгән һәм эшләй башлаған. 1867 йылдың 29 июлендә һарайҙың һул яҡ өлөшөндә йорт сиркәүе һалына башлаған. Сиркәү төҙөлөп бөткәс, уны Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Платон Персия Симеон исеме менән 1866 йылда Падишаһ Император Александр II революционер-террорсы Д. В. Каракозов яһаған террорҙа иҫән ҡалыу иҫтәлегенә бағышлап изгеләндергән.
Ике ҡатлы сиркәү йорто һарай менән бер стилдә төҙөлгән. Һарай фасады һыҙығынан ул бер ни тиклем эстәрәк торған. Архитектор Вальпреде, сиркәүҙе ошолай урынлаштырып, Атаман һарайына майҙандан ҡарағанда, һарай симметрияһын юғалтмай һаҡлап ҡалған. Сиркәүҙең түбәнге ҡатында хужалыҡ блмәләре булған. Сиркәү үҙе икенсе ҡатта торған, уның паркет иҙәнле 120 квадрат метрлы залының бейеклеге яҡынса 7 метр; төньяҡ һәм көньяҡ фасадтарында өсәр ҙур тәҙрә урынлашҡан булған. Өҫтөндәге антресоль ҡатында хор өсөн балкон торған. Сиркәүҙең көмбәҙе булмаған, уның урынында тәпәшәк кенә һуған формаһында яҡтылыҡ барабаны торған ҡыйыҡ төҙөлгән, ә төньяҡ фасадында барокко стилендәге аттик һылап семәрләнеп эшләнгән биҙәктәр менән эшләнгән һәм шулай уҡ һуған формаһындағы башына тәре ҡуйылған.
Был сиркәүҙә Атаман һарайында йәшәүсе Ғәскәр наказлы атамандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары ғибәҙәт ҡылған. Шунда уҡ һуғыштарҙа һәләк булған барлыҡ Дон атамандарына йыназа уҡылған. XX быуат башында бөгөнгө Һарай урамында Е, Д. Петрованың гимназияһы урынлашҡан булған һәм гимназия уҡыусыларына һарайҙағы йорт сиркәүенә ғибәҙәт ҡылырға йөрөү рөхсәт ителгән.
Һарай бинаһы һаҡланып ҡалған, ҡала администрацияһы тарафынан файҙаланылған, элекке йорт сиркәүендә финанс бүлеге мөдиренең кабинеты урынлашҡан.[2] Хәҙерге ваҡытта йорт сиркәүен ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу эштәре алып барыла[3].
Адресы: 346400, Ростов өлкәһе, Новочеркасск ҡалаһы, Һарай урамы, 5а һанлы йорт.