Александр баҡсаһы (Новочеркасск)
Александр баҡсаһы | |
---|---|
Александр баҡсаһы революцияға тиклем сығарылған асылмала | |
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | парк |
Майҙаны | 5[1] га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1832 |
Урынлашыуы | |
47°24′32″ с. ш. 40°06′08″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Ростов өлкәһе |
Александр баҡсаһы Викимилектә |
Александр баҡсаһы 1920 йылдан — Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы, 2004 йылдан — Александр баҡсаһы — Новочеркасскиҙың Үҙәк районындағы баҡса. Атаман, Александровка һәм Пушкин урамы менән Платов проспекты кварталында урынлашҡан. Баҡса 1832 йылда асылған һәм Император Александр I хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Майҙаны — 5 гектар. Уның территорияһында 1863 йылда төҙөлгән Атаман һарайы, кулактар ҡулынан 1921 йылдың 21 февралендә һәләк булған аҙыҡ әҙерләү хеҙмәткәрҙәре күмелгән зыярат, Новочеркасскиҙағы атыу иҫтәлегенә атаман М. И. Платовҡа ҡуйылған һәйкәл һәм мәрмәр плитә ,фонтандар һәм аттракциондар бар.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр баҡсаһын һалыу наказлы атаман М. Г. Хомутов исеме менән бәйле. Паркты Александр бушлығында яһағандар. Баҡса бушлыҡтың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм ике ҡанаты менән Платов проспектына сыҡҡан. Уның уң яғы — «Балалар паркы» — беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Баҡсаның иҫтәлекле урындары уның көнсығыш һәм көнбайыш өлөштәрендә торған ике ҡурған һәм урындағы рельефҡа бик матур инеп торған таш көмбәҙле ҡапҡа.
Александр баҡсаһында йүкә аллеяһы бар, уның юлдары диңгеҙ ҡабырсағы һәм меотистан эшләнгән тырс менән түшәлгән. Юл буйында кресло формаһындағы эскәмйәләр. Кистәрен баҡса эстрадаһында музыканттар сығыш яһаған. Ял итеүселәрҙе бигерәк ҡурған майҙансығы ҡыҙыҡһындарған; бынан алыҫтағы дала киңлектәре бик йыраҡтан күренеп торған. Ваҡыт-ваҡыт майҙансыҡта ажурлы ағас беседкалар торған.
1853 йылда баҡсаның үҙәк ҡапҡаһы янында Новочеркасск ҡалаһына нигеҙ һалыусы Матвей Иванович Платовҡа һәйкәл ҡуйылған. Был ҡалалағы иң беренсе һынлы сәнғәт әҫәре булған[2]. 1863 йылда Платов һәйкәленең артында Атаман һарайы һалғандар. Уның менән сквер араһында ике ҡатлы йәмғиәт йорттары торған. Урам дүрт үтәләй юл менән проспект менән тоташҡан.
Ҡалала һыу үткәрелгәс,1865 йылда баҡсала фонтан эшләй башлаған. Александр баҡсаһын төҙөү баҡсаны архитектор Радионовтың капиталь ҡоймаһы менән уратыу менән тамам булған. Уның бып эзбизменән ҡабырсаҡ ҡушып һалынған нигеҙенә суйын бағаналар ҡуйылып, был бағаналар араһына түбәнге һәм юғары кәртәләре төрлө вертикаль элементтарҙы тоташтырған дуғаларҙан торған суйын рәшәткәләр секциялап баҫтырып ҡуйылған. Ҡойманың бер нисә урынында ҙур һәм бәләкәй ҡапҡалар эшләнгән. 1881 йылда Платов проспектына сыҡҡан ерҙә бер нисә бәләкәй сиркәү һалынған, ә 1892-96 йылдарҙа көньяҡтан баҡсаға терәлеп торған участокта архитектор Н. Е Анохинпроекты буйынса таштан Александр сиркәүе төҙөгәндәр (дағас сиркәүҙе һүткәндәр).
Совет власы йылдарында Новочеркасскиҙағы бәләкәй сиркәүҙәрҙе емергәндәр, Платов һәйкәленең пьедесталында 1923 йылда [В. И. Ленинға һәйкәл ҡуйғандар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡунаҡ йортоноң уң яғы юҡҡа сыҡҡан һәм атаман урамына тиклем буш ер һуҙылып ятҡан. Башта унда стадион ҡорғандар, һуңынан ҡала хакимиәте, универмаг һәм ресторан өсөн биналар төҙөгәндәр 50-60-сы йылдарҙа паркта «Ударник» йәйге кинотеатр, «Яҙ» кафе-рестораны, ә ҡурғандың итәгендә бейеү майҙансығы төҙөгәндәр. Архитектор Н. Я. Гладких проекты буйынса паркка ингән ерҙә көмәҙле арка, ә кинотеатр һәм кафе ишеге алдын колоннадалар менән биҙәгәндәр. 1970-се йылдарҙа мәңгелек торолоҡ ҡоймалар һүтеп алынған, балалар уйнай торған урында тирә-яҡты ҡараү тәгәрмәсе ҡорғандар. Аттракциондар һәм павильондар менән ағастарҙы баҡсанан ҡыҫырыҡлап сығара башлағандар.
1962 йылдың 2 июнь Атамани һарайы алдындағы сквер Новочеркасск электровоз төҙөү заводы эшселәренең, протест күрһәтеп, армия бүлексәләренә ҡаршы торған үҙәгенә әүерелгән. Эшсе халыҡҡа һалдаттар ут асҡандар, һәм, рәсми күрһәткестәр буйынса, был ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә 24 эшсе кеше һәләк булған.
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 35 йыллығы хөрмәтенә боронғо ҡурғандар өҫтөнә штыктарҙы символлаусы һындар ҡуйылған. Ҡурғанды « Дан Ҡурғаны» тип атап йөрөтә башлағандар. 1993 йылда элекке постаментта Платовҡа һәйкәл тергеҙелгән[3]. 2003 йылда атаман Платовтың 250 йыллыҡ юбилейына баҡса аллеяһының ҙур өлөшө плитәләр менән ҡапланған, иҫке фонтан ремонтланған, өҫтәп яңы фонтан да ҡуйғандар[4].
Баҡсаның иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. И. Платов һәйкәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101099000РФ мәҙәни мираҫы объекты № 6101099000, архитектура ҡомартҡыһы (урындағы әһәмиәт)архитектура һәйкәле (урындағы әһәмиәткә эйә) [[Файл:Легендарный_атаман_1.JPG|справа|мини|267x267пкс|М. И. Платов һәйкәле М. И. Платов һәйкәле әлегә тамамланған тәүге күренешендә түгел. Баҡсаның һәйкәл янындағы ажур металл ҡоймаһы ла тергеҙелмәгән көйө, ҡойманың дүрт мөйөшөндәге 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытындағы пушкалар ҙа ҡуйылмаған. Сквер үҙәгендәге тәүге фонтан да әлегә тергеҙелмәгән. Һәйкәл һүтеп алынғандан һуң 1930 йылға тиклем Дон музейының баҫҡысы аҫтында һаҡланған, һуңынан уны урындағы Никольский заводында иреткәндәр һәм унан подшипниктар ҡойғандар[5].
Атаман һарайы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101011000РФ мәҙәни мираҫы объекты № 6101011000, архитектура ҡомартҡыһы (урындағы әһәмиәт)архитектура һәйкәле (урындағы әһәмиәткә эйә)
Ике ҡатлы ампир стилендә архитектор И. О Вальпреде проекты буйынса төҙөлгән йорт наказлы атамандың резиденцияһы булып хеҙмәт иткән. Бинаның алғы яғы Платов проспектына ҡараған. Ҡалаға килгәндә Һарайҙа императорҙар Александр II, Александр III, Николай II туҡталған. Совет осоронда был бинала ССКП-ның ҡала комитеты, ә 90-сы йылдарҙа — ҡала хакимиәте урынлашҡан. 2001 йылдан алып элекке атаман резиденцияһы Дон казактары тарих музейының филиалы булып тора[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ландшафтная архитектура . Rostov Region. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.
- ↑ Памятник М.И. Платову . Памятники Дона. Дата обращения: 6 ғинуар 2017.(урыҫ.). Памятники Дона. 6 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы. № 6101099000 // Сайт «Объекты культурного наследия (памятники истории и культуры) народов Российской Федерации».
- ↑ Александровский сад: деревьев всё меньше . «Частная Лавочка», от 6 апреля 2004 г.. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.
- ↑ Памятник М.И. Платову . Официальный сайт города Новочеркасск. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.(урыҫ.). Официальный сайт города Новочеркасск. 7 ғинуар 2017 тикшерелгән.
- ↑ Атаманский дворец . Официальный сайт города Новочеркасск. Дата обращения: 7 ғинуар 2017.