Эстәлеккә күсергә

Платонов Николай Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Платонов Николай Иванович
Тыуған урыны Баймаҡ районы

Платонов Николай Иванович (22 май 1958) — физик-математик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, техник фәндәр докторы, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

Николай Иванович Платонов 1958 йылдың 22 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Покровка ауылында тыуған[1]. 1984 йылда Мәгнитогорск дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын «Физика и математика» һөнәре буйынса тамамлай. Студент йылдарында йәмғиәт һәм ғилми эш меән әүҙем шөғөлләнә. Студент төҙөлөш отрядтарында ҡатнаша, отряд командиры була.

1984 йылдан алып 1987 йылға тиклем К. Э. Циолковский исемендәге Калуга дәүләт педагогия институтынының дөйөм физика кафедраһында В. П. Семенов етәкселегендә «Молекуляр физика» темаһы буйынса аспирантурала уҡый[2]. Артабан Магнитогорск пединститутында ғилми-тикшеренеү секторында (НИС) өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм бер үк ваҡытта теоретик физика кафедраһы өлкән уҡытыусыһы булып эшләй. 1996 йылдан 2012 йылға тиклем физика-математика факультеты деканатында эшләй, декан һәм декан урынбаҫары вазифаларын башҡара. 2001 йылда факультет студенттарының ПДП (прямой доступ к памяти — зиһенгә туранан-тура инеү) системаһында уҡытыуҙы ойоштора. 2001—2012 йылдарҙа — физика һәм физиканы уҡытыуы методикаһы кафедраһы мөдире. «Иҡтисадта математика методтары», «Ғәмәли математика һәи информатика» и «Физика» яңы университет һөнәрҙәрен индереү башланғысы менән сығыш яһаны[2].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙарының төп өлкәһе — энергетик һәм металлургия ҡоралмаларында конвектив йылылыҡ һәм масса алмашыныу процестары, ә шулай уҡ ресурс һәм энергия һаҡлау. 2011 йылда Уральск федераль университетында (УрФУ, Екатеринбург ҡалаһы) докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Яҡынса 100 публикация авторы, шул иҫәптән «Гидродинамика и теплообмен при взаимодействии пленочной и диспергированной струй с поперечным парогазовым потоком», «Гидродинамика и теплообмен при взаимодействии пленочной струи с газом. Теоретические и экспериментальные исследования» монографиялары[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.