Плебания (Несвиж)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Плебания
Рәсем
Дәүләт Flag of Belarus.svg Беларусь
Административ-территориаль берәмек Несвиж[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d] һәм архитектура неоклассицизма[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/nesvizh/in…
Commons-logo.svg Плебания Викимилектә

Плебания (бел. Плябание) —Белоруссияның Минск өлкәһе Несвиж ҡалаһындағы католик руханийы йорто, классицизм элементтары менән барокко стилендәге архитектура ҡомартҡыһы, XVIII быуат торлаҡ архитектураһы өлгөһө[1][2]. Плебания бинаһы Божье Тело костёлы эргәһендә урынлашҡан Мицкевич урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәттәренең исемлегенә инә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плебания XX быуаттың беренсе яртыһында
Знак «Историко-культурная ценность» Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни ҡиммәтәренең Дәүләт объекттары исемлегенә индерелгән, код 612Г000472

Ксендздың мәхәллә йорто комплексы XVI—XVII быуаттарҙа төҙөлә. Ул торлаҡ йорттан һәм хужалыҡ ҡаралтыларынан торған. XVIII—XIX быуаттарҙа йорт үҙгәртеп ҡорола.

Нәҡ ошо бинала, 1750—1790 йылдарҙа Несвиж типографияһы урынлаша. 1800 йылда плебания ҡаршыһында урынлашҡан иезуит коллегиумының элекке биналары хәрби ведомстволарға бирелә. 1800—1820 йылдарҙа ксендз менән килешеү буйынса плебанияның өҫкө ҡаты юғары чиндағы хәрбиҙәргә торлаҡ итеп бирелә.

1972 йылда бинала Симон Будныйға мемориаль таҡтаташ ҡуйыла. 1982 йылда бина янында Будный Симон һәйкәле ҡуйыла (скульпторы С. Горбунова, архитекторы Ю. Казаков)[1].

Плебания бинаһында оҙаҡ ваҡыт район гәзите типографияһы урынлаша[1]. 2004 йылда типография башҡа бинаға күсерелә, ә 2007 йылда плебания Католик сиркәүенә кире ҡайтарыла[3].

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1822 йылғы архив документында плебания йорто ике ҡатлы таш йорт булараҡ телгә алына. Бөтәһе 30 тәҙрә иҫәпләнгән. Эсендә 15 бүлмә, 2 коридор, 4 кладовка, 9 мейес һәм 2 камин булған. Бина аҫтында ике ҙур подвал булған. Төп күтәрмә өҫтөндә балкон эшләнгән[2].

Плебания ихатаһында (хәҙерге Ленин урамы буйынса) аш-һыу бүлмәһе айырым урынлашҡан. Ул штукатурланған бер ҡатлы таш йорттан торған. Бинала һигеҙ тәҙрә бар. XIX быуаттың икенсе яртыһында тура мөйөшлө плебанияға Г -ҡиәфәтле мөйөш торлаҡ ҡабырға өҫтәп төҙөлә, ул торлаҡ йортто аш-һыу бүлмәһе менән тоташтыра. Хужалыҡ биналары ағастан була. Емеш-еләк баҡсаһы менән ихата бер яҡтан таш ҡойма менән менән, ҡалған яҡтарҙан ағас ҡойма менән уратып алына[2][1].

Плебания йорто күп тапҡырҙар үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә барокко стиленән классицизм һыҙаттарын алған[2].

Плебанияның ике ҡатлы бинаһы дүрт яҡлы ҡыйыҡтан тора. Фасады тура мөйөшлө тәҙрә уйымдары менән бүлгеләнгән[2]. Сиркәүгә инеү урыны төп фасадтың уртаһында һәм өс мөйөшлө фронтон менән ике яҡлы ҡыйыҡ аҫтындағы ике колонналы портик менән айырыла[1].

Фасадының икенсе ҡатында ҙур ярым түңәрәк арка нишаларының фрагменттары һаҡланып ҡалған, улар ренессанс аркадаһын хәтерләтә, уйымдары бинаны үҙгәртеп ҡорғанда һалынған. Аркалар галереяһына бөтә бүлмәләр сыға[4]. Нишалар араһында икенсе ҡаттың бөтә бейеклеге буйлап пилястралар үтә. Ҡыйыҡта стенаның үҙәк өлөшө бәләкәй түңәрәк тәҙрәле өс мөйөшлө фронтон менән бүленә. Плебанияның эске планировкаһы үҙгәртелгән[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Памяць. Нясвiжскi раён: гіст.-дак. хронікі гарадоў і раёнаў Беларусі / Г. П. Пашкоў, У. Н. Дражын, Л. Ф. Крупец i iнш. (рэдкал.), С. П. Самуэль (укладальнiк) — Мн.: Беларуская энцыклапедыя, 2001. — 632 б. — ISBN 985-11-0206-7.Ҡалып:Ref-by
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Дзяржаўны спіс гісторыка-культурных каштоўнасцей Рэспублікі Беларусь: [Даведнік] / склад. В. Я. Абламскi, І. М. Чарняўскі, Ю. А. Барысюк — Мн.: БЕЛТА, 2009. — 684 б. — 1000 экз. — ISBN 978-985-6828-35-8.
  3. Здание плебании в Несвиже. 3 апрель 2019 тикшерелгән.
  4. 2

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Памяць. Нясвiжскi раён: гіст.-дак. хронікі гарадоў і раёнаў Беларусі / Г. П. Пашкоў, У. Н. Дражын, Л. Ф. Крупец i iнш. (рэдкал.), С. П. Самуэль (укладальнiк) — Мн.: Беларуская энцыклапедыя, 2001. — 632 б. — ISBN 985-11-0206-7.Ҡалып:Ref-by
  • Плябание // культура і Беларусі помнікаў гісторыі Збор. Мінская вобласць / бсср фәндәр. Ін-мастацтвазнаўства та, фальклор зтнаграфіі і; Рэдкать.: Марцэлеў с. в. (гал. рэд.) інш і. — Мн.: БелСЭ, 1987. — Б. 107. — С. 308: іл.  (белор.)
  • Чарняўская Та плябание Нясвіжская // Архітэктура Беларусі: Энцыклапедычный даведнік. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 369. — С. 620: іл. — ISBN 5-85700-078-5. Ҡалып:Ref-by

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]