Эстәлеккә күсергә

Плеймейкерс-театр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Плеймейкерс-театр
Рәсем
Рәсми атамаһы Playmakers Theatre
Кем хөрмәтенә аталған PlayMakers Repertory Company[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[1]
Административ-территориаль берәмек Чапел-Хилл[d][1]
Урын Чапел-Хилл[d]
Хеҙмәтләндереүсе Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университеты
Архитектор Alexander Jackson Davis[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d]
Рәсми асылыу датаһы 1850
Мираҫ статусы АҠШ-тың милли тарихи ҡомартҡылары[d] һәм место из Национального реестра исторических мест США[d][2][3]
Адрес 122 E Cameron Avenue, Chapel Hill, NC 27514
Карта
 Плеймейкерс-театр Викимилектә[1]

Плеймейкерс-театр (ингл. Theatre Playmakers; тәүге исеме ― Сми-холл, Hall Smith) ― кампус буласаҡ йорт . Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университеты кампусы бинаһы, 1850 йылда архитектор Александр Джексон Дэвис проекты буйынса төҙөлә. Театр АҠШ-тың милли тарихи ҡомартҡыһы һәм грек яңырыу осоро архитектураһы өлгөһө булып тора[4]. Әлеге ваҡытта бина Пол Грин башҡарма театр компанияһының өҫтәмә майҙансығы, ул да шулай уҡ Төньяҡ Каролина университетына ҡарай.

Һүрәтләнеше һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Плеймейкерс-театр Төньяҡ Каролина университет кампусының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, көньяҡта Ист-Кэмерон-авеню менән фән һәм сәнғәт колледжына йәнәш, Олд-ист (шулай уҡ АҠШ-тың милли тарихи ҡомартҡыһы) ятаҡ бинаһына туп-тура ҡаршы урынлашҡан. Театр бинаһы боронғо храм формаһында төҙөлгән. Кирбестән эшләнгән, тыштан штукатурланған. Көнсығыш яғында ослайып торған портик бар. Портик рифле колонналарҙа тора. Колонналар коринф капителе менән осланған, улар Төньяҡ Каролинаның иң мөһим ауыл хужалығы культуралары булған кукуруз һәм тәмәке япраҡтары менән биҙәлгән. Бинаның фронтоны төрлө яҡтан уратып алынған, йорт стеналарында пилястрҙар, улар ябай антаблементты тотоп тора[4].

Смит-холл 1850 йылда төҙөлгән. Университет кампус 1830-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡорола башлай. Эндрю Джексон Дэвис Олд-ист һәм Олд-вест ятаҡтарының планын яңырта һәм кампусты реконструкциялауҙың дөйөм планын төҙөй. Смит-холл баштан уҡ йәмәғәт йыйылышы урыны була. Һуңынан бында лаборатория, мунса һәм юридик мәктәп урынлаша. 1923 йылда бинала театр урынлашҡан. Ул Сarolina playmakers ижади берекмәһенең майҙансығы булып тора[5][6].

  1. 1,0 1,1 1,2 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. Национальный реестр исторических мест США — 1966.
  3. (unspecified title)
  4. 4,0 4,1 Walls, John B. (April 7, 1971). «National Register of Historic Places Inventory-Nomination: Playmakers Theatre» (pdf) (National Park Service).
  5. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  6. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].