Эстәлеккә күсергә

Полиция дауаханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Полиция дауаханаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602923?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1][2]
Указания, как добраться Малый Казённый переулок, 5, строение 5
Карта
 Полиция дауаханаһы Викимилектә

Полиция дауаханаһы — медицина учреждениеһы, 1844 йылда Гааз Федор Петрович инициативаһы менән төйәкһеҙ, урамда ауырыусылар өсөн төҙөлгән[3]. Мәскәүлеләр уны Гаазовский тип йөрөтәләр

Дауахана Кесе Ҡаҙна тыҡрығы, 5 адресы буйынса урынлашҡан[4]

Полиция дауаханаһы бинаһы граф В. С. Нарышкин өсөн XVIII быуат аҙағында — XIX быуат башында төҙөлгән. Архитекторы билдәһеҙ, әммә ул М.Ф. Казаков уҡыусыһы булған тип иҫәпләнә[3]. 1843 йылға тиклем усадьбала Тәрбиә йортоноң Ортопедия институты урынлаша, ул бинаны икенсе хужаһы П.Н. Ивашевтан һатып алған була[4]. Гааздың полиция дауаханаһы бында 1844 йылда асыла.

Дауахана ихатаһында хәҙер 1909 йылда ҡуйылған П.Ф. Гааз һәйкәле тора, скульпторы Н. А. Андреев[4].

Гааз иҫән сағында унда урамдарҙың иң ярлы халҡынан 30000 самаһы ауырыу дауалана алған[5]. Гааз пациенттарҙы мотлаҡ үҙе ҡарап сыҡҡан. Дауаханаһы ярҙамға мохтаж булғандарҙың барыһына ла ярҙам иткәң: ҡарттарҙы һәм хәлһеҙҙәрҙе хәйриә йорттарына урынлаштырған, төйәкһеҙҙәр өсөн яңы ғаиләләр эҙләгән[6].

Дауахананы дәүләт финансламаған, ул хәйриә ярҙамына эшләгән. Табип Гааз дауахана ихтыяждары өсөн үҙенең бөтә аҡсаһын биргән, ә үҙе ярлылыҡта йәшәгән. Үгәйһетелгәндәргә һәм мәхрүмдәргә ярҙам итеү уның тормошоноң мәғәнәһе булған. Йылдан-йыл пациенттар һаны артҡан, һәм Гааз аҡсалата ярҙамды ҡаланан алырға тырышҡан[6].

1910 йылда полиция дауаханаһы Александр III хөрмәтенә үҙгәртелә, һәм шул ваҡыттан алып «Александровка» тип йөрөтөлә. 1917 йылдан һуң ул Красносоветский тип атала. 1920 йылдан бында И. И. Мечников исемендәге йоғошло ауырыуҙар Институты була, 19241959 йылдарҙа дауахана бинаһында Хеҙмәт гигиенаһы һәм профессиональ ауырыуҙар институты урынлаша[3]. 1959 йылдан төп йортта Балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһының ғилми-тикшеренеү институты урынлаша, (башта АМН СССР, ә хәҙер РАМН).

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. Решение Президиума Московского Городского Совета народных депутатов № 84 от 30.07.1992
  3. 3,0 3,1 3,2 Полицейская больница // Москва: Энциклопедия / Глав. ред. С. О. Шмидт; Сост.: М. И. Андреев, В. М. Карев. — М. : Большая российская энциклопедия, 1997. — 976 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-277-3.
  4. 4,0 4,1 4,2 Гаазовская больница для бедных
  5. Доктор Гааз
  6. 6,0 6,1 Святой доктор (недоступная ссылка). Проверено 19 мая 2015. Архивировано 1 февраля 2015 года.