Эстәлеккә күсергә

Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары/Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ 2017

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Үҙебеҙ хаҡында һүҙебеҙ 2017«Башҡортостан викимедиясылары» төркөмө ағзаларының ағымдағы йылға йомғаҡ яһап, киләсәктә теләк теләп, үҙеңең берләшмәләге ағзалығын раҫлаусы рәсми булмаған мөрәжәғәтнәмәһе. 2013 йыл башында «Киске Өфө» гәзитендә «БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ Уның эстәлеген кемдәр тулыландыра?» һәм 2016 йылға йомғаҡлау мөрәжәғәтнәмәһе итеп «Башҡортостан» гәзитендә 2017 йылдың 27 ғинуарында баҫтырылған «Үҙебеҙ хаҡында һүҙбеҙ» мәҡәләләренең дауамы булып тора. Мөрәжәғәтнәмәлә Викимедиа проекттарында кәмендә 6 ай элек теркәлгән, уның башҡорт телендәге бүлектәрендә һуңғы бер йыл дауамында 10 һәм унан күберәк ваҡыт үҙгәртеүҙәр индергән һәр ирекмән үҙ фекерен яҙа ала.

WikiCEE Meeting2017, Варшава, 24 сентябрь 2017
Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 18 йыл, 10 ай, 1 көн.

Үткән, 2017 йыл һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәтменме? Әлбиттә! 2017 йыл һөҙөмтәлерен теркәгән берләшмә ваҡиғаларын ҡарап сығыу, алдағы йыл ваҡиғалары менән сағыштырыу сикһеҙ ҡыуандыра. Ағымдағы ваҡиғаларҙа теркәлмәгенән — һуңғы бер йылда Башҡорт Википедияһының мәҡәләләр һаны 10% артыуын, уларҙың сифат кимәле сағыштырмаса яҡшыра барыуын һыҙыҡ өҫтәнә алыр инем. Башҡорт телендәге Викидәреслек тағы бер үҙ аллы Викимедиа проект дәрәжәһенә үтеүе оло ваҡиға. Һәр ирекмән үҙе өсөн мөһим сараларҙы әйтер әле. Шәхсән минең өсөн иң мөһиме — башҡорт викимедиасылары ирекмәндәренең эшмәкәрлеге йәмғиәт тормошоноң төп тәғлимәттәренә тап килеүендә, Викимедиа проекттарының башҡа тел бүлектәре ирекмәндәре берләшмәһе өсөн үрнәк булыуында.
Ирекмән, ирекмәнлек нимәнән ғибәрәт?

Ҡатнашыусы исемен яҙ һәм фекерең менән уртаҡлаш

[сығанаҡты үҙгәртеү]