Портал:Ботаника/Һайланған мәҡәлә
Уҡыу көйләүҙәре
Сәскәле үҫемлектәр йәки ябыҡ орлоҡлолар (рус. Цветко́вые расте́ния,'Покры́тосеменны́е', лат. Magnoliophyta, йәки Angiospermae грек. ανγio — сосуд, σπέρμα — орлоҡ) Сәскәле үҫемлектәр башҡа төр үҫемлектәрҙән сәскәләре булыуы һәм орлоҡтан үрсеүе менән айырыла. Сәскәле үҫемлектәр ғәжәп күп төрлө. Быны төшөнөү өсөн уларҙы үҙ сиратында тағы ла төркөмдәргә бүләләр. Сәскәле үҫемлектәрҙең 250 меңгә яҡын төрө билдәле. Шулай уҡ әлеге көнгә хәтле яңынан -яңы төрҙәрен таба торалар. Төҙөлөштәре буйынса ырыуға берләштерәләр. Оҡшаш ырыуҙар ғаиләгә инә. Мәҫәлән: бойҙай ырыуы, арыш ырыуы, арпа ырыуы һәм уларға оҡшаш башҡа ырыуҙар, ҡыяҡлылар ғаиләһенә инә. Ә ғаиләнең һәр береһен үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа бер класына индерәләр. (дауамы...)