Портал:Техника/Инеш
Техника (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт») — Ижтимағи хеҙмәттә ҡулланылған төрлө эш ҡоралы, ҡорамалы, саралары, шулай уҡ кеше эшмәкәрлегенең уларҙы яһау, ҡулланыу һәм камиллаштырыу менән бәйле өлкәһе; тәбиғәттә булмаған һәм кеше тарафынан эшләнгән төрлө ҡорал, механизм һәм ҡулайламаларға бирелгән дөйөм исем. Бынан тыш «техника» һүҙе «бер нимә эшләү методы»н аңлата — мәҫәлән: живопись техникаһы, бәрәнге үҫтереү техникаһы, һ.б.
Техниканың төп тәғәйенләнеше — кешене ауыр бер төрлө эштән азат итеү, уға ижад эше өсөн күберәк ваҡыт ҡалдырыу, көндәлек тормошто еңеләйтеү.
Төлө техник ҡоролмалар эштең эффектлылығын, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, тәбиғәт ресерстарын рациональ файҙаланырға, төрлө ҡатмарлы эш барышында хаталаныуҙы кәметергә булышлыҡ итә...