Эстәлеккә күсергә

Портал:Философия/Һайланған мәҡәлә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иудаизмға хас билдәләр: шофар (һарыҡ мөгөҙөнән эшләнгән музыка ҡоралы), яд (Тораны уҡыу өсөн күрһәткес таяҡ), Танах, доғалыҡ, шәмдәл, тәһәрәт ҡомғаны.

Иудаи́зм ,«йәһүд дине», «йәһүдилек» (Йәһүд батшалығына исем биргән Йәһүдә ырыуы атамаһынан, һуңынан, Икенсе ҡорам осоронан (б.э.т. 516 — б.э. 70 бб.), йәһүд халҡының атамаһына әйләнә — йәһ. יהודה‎) — йәһүд халҡының дини, милли һәм этик ҡараштары, кешелектең иң боронғо монотеистик диндәренең береһе.

Күп телдәрҙә «йәһүд» һәм «иври (еврей)» төшөнсәләре бер термин менән йөрөтөлә һәм һөйләшеү барышында уларға айырма яһалмай, был иврилыҡты иудаизмдағы аңлатыуға тап килә. Хәҙерге урыҫ телендә «еврей» һәм «йәһүд» төшөнсәләре араһында айырма бар, береһе иври (еврей) милләтен, икенсеһе иудаизм диненә ҡарағанлыҡты белдерә, грек теле һәм мәҙәниәтендә лә шундай бүленеш бар. Башҡорт телендә бындай бүленеш күҙәтелмәй. Иудаизм ивриҙан күпкә киңерәк төшөнсәгә эйә булған грек һүҙенән — Ioudaiosтан килеп сыҡҡан.

Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуған һәм йәһүдлекте ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм

(дауамы…)