Потоцкийҙар һарайы (Львов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Потоцкийҙар һарайы
Нигеҙләү датаһы 1880
Рәсем
Дәүләт  Украина
 Австро-Венгрия
Административ-территориаль берәмек Львов
Урынлашҡан урамы Улица Коперника[d]
Архитектор Юлиуш Цибульский[d] һәм Louis Dauvergne[d][1]
Архитектура стиле Классицизм
Рәсми асылыу датаһы 1880
Мираҫ статусы памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Карта
 Потоцкийҙар һарайы (Львов) Викимилектә

Потоцкийҙар һарайы (пол.) — Львов (Украина) ҡалаһында архитектура ҡомартҡыһы. Коперник урамы, 15 адресы буйынса урынлашҡан. Һарай 1880 йылда элек Альфред Юзеф Потоцкийға ҡараған усадьба урынында поляк архитекторы Юлиан Цибульский ҡатнашлығында француз архитекторы Людвиг де Верни проекты буйынса төҙөлгән.

Һарай[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бина француз классицизм стилендә кирбестән төҙөлгән, штукатурланған. Планында Н- ҡиәфәтле, ҡабырға яҡтары бар, мансардалары менән өс ҡатлы. Фасадтары семәрле ҡыҫандарға ҡуйылған тәҙрәләр һәм ҡалҡыу биҙәкле балкондар һәм балюстрадалар менән биҙәлгән. Төп инеү урынын ҡалҡыу биҙәкле аркалы портик һәм ионик колонналар биҙәй. Беренсе ҡатта ҡунаҡтар ҡабул итеү залдары урынлашҡан. Урамдан ихатаға ике флигель менән монументаль ҡапҡалар алып килә. Потоцкийҙар һарайында ҡабул итеүҙәр өсөн экипаж урындары һәм ҡаршы алыу өсөн залдар ҡаралған. Һарайҙың дөйөм майҙаны 3100 квадрат метр тәшкил итә.

Башта һарай территорияһында ҙур парк урынлаша. XIX быуат аҙағында XX быуат башында Потоцкийҙар һарайы тирәһендә бер нисә рәт күп ҡатлы йорттар төҙөлә, уларҙың бер өлөшө фасадтары менән урамға, ә ҡабырға өлөштәре менән һарай яғына сыға. Шуға күрә Потоцкийҙар һарайына күренеш тик Коперник урамынан ғына асыҡ ҡала.

1972 йылда бинала тантаналы ваҡиғалар һарайы урынлаша (Никах һарайы). 19731974 йылдарҙа реставрациялана.

1996 йылда бина менән йәнәш Львов сәнғәт һарайы төҙөлә. Тиҙҙән, 2000 йылда Потоцкий һарайы Львов сәнғәт галереяһына тапшырыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР. Киев: Будивельник, 1983—1986. Том 3, с. 14.
  1. https://www.lanouvellerepublique.fr/chateauroux/le-palais-potocki-lviv-construit-par-un-castelroussin