Эстәлеккә күсергә

Тупраҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Почва битенән йүнәлтелде)
Тупраҡ
Рәсем
Төҫ Көрән
Ҡайҙа өйрәнелә тупраҡты өйрәнеү[d] һәм тупраҡ тураһында фән[d]
Ҡапма-ҡаршыһы тау тоҡомо
 Тупраҡ Викимилектә
Тупраҡ профиле

Тупраҡ (шулай уҡ ер) — ер ҡабығының өҫтөндәге ҡатлам — педосфера.

Ергә төрлө ҡатнашмалар — органик матдәләр, минералдар, газ һәм ерҙә йәшәгән биологик формалар булған дым, һыу инә. Тупраҡтың һыуҙы тота һәм фильтрлай торған тәбиғи резервуар булып тора[1], шулай уҡ унда төрлө тере организмдар йәшәй.

Тупраҡ климат шарттарына һәм рельефҡа ҡарап формалаша[2]; Тупраҡ Ерҙең литосфераһының өлөшө булып тора, ул гидросфера, биосфера һәм атмосфера менән үҙ-ара йоғонто кисерә.

Тупраҡ фәне — тупраҡты өйрәнеү фәне. Агрокультура өсөн тупраҡтың уңдырышлылығы бик мөһим. Тупраҡты ошондай синыфтарға бүләләр: көлһыу; һоро урман тупрағы; ҡара тупраҡ һәм башҡалар[3]

Тупраҡтың урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәттә ниндәйҙер бер үҙенсәлекле тупраҡ күп километрҙарға үҙгәрешһеҙ һуҙылып бармай. Был айырым факторҙарға бәйле.

Ҙур булмаған территорияларҙа тупраҡтың урынлашыуы тупраҡ япмаһының структураһы тип атала. Был элементар тупраҡ ареалы булып тора. Башҡа төр тупраҡ менән аралашыу урынлашыуы тупраҡ комбинациялары тип атала.

Тупраҡтың тәбиғәттәге әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тупраҡ уңдырышлыҡҡа эйә — тере йән эйәләре өсөн — микроорганизмдар, үҫемлектәр һәм хайуандарҙың күпселеге өсөн иң уңайлы йәшәү мөхите. Уларҙың тупраҡтағы биомассаһы океанға ҡарағанда 700 тапҡырға тиерлек артыҡ, ә бит майҙаны буйынса ул ер өҫтөнөң 1/3 өлөшөн генә тәшкил итә.

Һыу составына йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тупраҡтың химик элементтарҙы һәм төрлө ҡушылмалар төрлөсә туплау үҙенсәлеге бар, унда тупланған тере йән эйәһе өсөн кәрәк булған биофиль элементтар һәм микроэлементтар, төрлө физиологик-актив матдәләр йә файҙалы, йә ағыулы һәм зарарлы (ауыр металдар, галоген, токсиндар) булыуы билдәле. Агрономияла, ветеринарияла һәм медицинала билдәле һәм бындай бәйләнештең төрлө эндемик ауырыуҙар килтереп сығара. Тупраҡты өйрәнеү генә шундай ауырыуҙарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Тупраҡ бөтә ер гидросфераһына, ер аҫты өҫтө һыуҙарына ҙур йоғонто яһай. Тупраҡ аша һарҡылып сыҡҡан һыу ундағы бөтә химик элементтарҙы йыйып сыға. Тупраҡ ҡатламының боҙолоуы һыу сифатын да үҙгәртә.

Атмосфера составын көйләүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тупраҡ атмосфера составын да көйләй. Тупраҡтағы микроорганизмдар йәшәү эшмәкәрлеге төрлө күләмдә газ барлыҡҡа килтерә. Был газ «парник эффекты» тыуҙыра һәм озон ҡатламын емерә, һөҙөмтәлә тупраҡтың үҙенсәлектәре үҙгәреүе климат үҙгәреүгә килтерергә мөмкин. Әлеге ваҡытта беҙҙең планеталағы климатҡа бәйле тайпылыштар булыуы осраҡлы түгел.

Иҡтисади әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һөрөлгән ер. Вюртемберг

Һәр дәүләттең төп байлығы — ер, тупраҡ. Унда кешелек өсөн етештерелгән аҙыҡ-түлек 90 процентҡа яҡын тәшкил итә. Шулай уҡ тупраҡ, балсыҡ борондан төҙөлөш материалдары сифатында ҡулланылған. Тупрағын ярлыланыу дәүләткә аслыҡ, фәҡирлек килтерә, ә тупраҡтың юҡҡа сығыуы бөтә кешелектең һәләк булыуына килтереүе мөмкин. Донъяла тупраҡтың яҡынса өстән бер өлөшө боҙолған, был ауыл хужалығын, урман ҡырҡыуҙы заманса ысул алып барыу менән бәйле. Тупраҡтың өс сантиметр ҡатламы барлыҡҡа килеүе өсөн мең йыл самаһы китә, әгәр тупраҡ боҙолоу һәм деградация әлеге темп барһа, тупраҡтың өҫкө ҡатламы бөтә донъяла яҡынса 60 йыл эсендә юҡҡа сығыуы мөмкин.[4]

  1. Почва и жизнь гидросферы  (рус.), CollectedPapers (20 сентябрь 2016). 30 апрель 2018 тикшерелгән. 2017 йыл 2 декабрь архивланған.
  2. Часть I. ПОЧВА - ГЕТЕРОГЕННАЯ, МНОГОФАЗНАЯ, ПОРИСТАЯ СИСТЕМА. www.studentlibrary.ru. Дата обращения: 30 апрель 2018.
  3. тупраҡы России - основные типы почв России (рус.). geographyofrussia.com. Дата обращения: 11 май 2018.
  4. Chris Arsenault: «Если продолжится деградация почв, нам осталось собрать 60 урожаев» Only 60 Years of Farming Left If Soil Degradation Continues 2007 йыл 20 октябрь архивланған. (инг.) Scientific American, December 5, 2014
  • Ковда В. А. Основы учения о почвах. — М.: Наука, 1983.
  • Розанов Б. Г. Морфология почв. — М.: Изд-во МГУ, 1983.
  • Почвоведение. В 2 ч. / Под ред. В. А. Ковды, Б. Г. Розанова — М.: Высш. шк., 1988. — ISBN 5-06-001159-3, ISBN 5-06-001195-X
  • Теории и методы физики почв / Под ред. Е. В. Шеина и Л. О. Карпачевского. — М.: «Гриф и К», 2007. — ISBN 978-5-8125-0921-7
  • Шишов Л. Л., Лебедева И. И., Тонконогов В. Д. Классификация почв России и перспективы её развития 2008 йыл 24 февраль архивланған. / Почвоведение: история, социология, методология. Памяти основателя теоретического почвоведения В. В. Докучаева / Отв. ред. В. Н. Кудеяров, И. В. Иванов. — М.: Наука, 2005. — С. 272—279.
  • Атлас почв СССР / Под общ. ред. д.с.-х.н. И. С. Кауричева и к.с.-х.н. И. Д. Громыко. — М.: Колос, 1974. — 168 с. — 20 000 экз. (в пер., суперобл.)
  • Сизова М. Г. и др. Почвенная мезофауна урбанизированных территорий // Альманах современной науки и образования. Тамбов: Грамота, 2010. № 12 (43). C. 110—114. ISSN 1993-5552.