Пошлина
Пошлина — вәкәләтле рәсми органдар тарафынан билдәле бер функцияларҙы башҡарғанда дәүләт ҡануниәте менән ҡаралған күләмдәрҙә алына торған аҡса йыйымы. Атап әйткәндә, пошлиналарға теркәү һәм герб йыйымдары, суд пошлиналары инә. Дәүләт сиге аша үткәрелә торған тауарҙар өсөн таможня пошлиналары алына.
Рәсәй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына (25.3-сө бүлек. «Дәүләт пошлинаһы») ярашлы, дәүләт пошлинаһы — дәүләт органдарына, урындағы үҙидаралыҡ органдарына, башҡа органдарға һәм Рәсәй Федерацияһы закон сығарыу акттары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закон сығарыу акттары һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының норматив хоҡуҡи акттары менән вәкәләтлек бирелгән вазифалы кешеләргә Һалым кодесында ҡаралған юридик әһәмиәтле эш башҡарыуҙы (Рәсәй Федерацияһы консул учреждениелары башҡара торған эш итеүҙәрҙән тыш) юллап мөрәжәғәт иткән саҡтарында ойошмаларҙан һәм физик шәхестәрҙән алына торған йыйым. Атап әйткәндә:
- дөйөм юрисдикция судтарына, мировой судьяларға мөрәжәғәт иткәндә;
- арбитраж судтарына мөрәжәғәт иткәндә;
- Рәсәй Федерацияһы Конституция судына һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының конституция (устав) судтарына мөрәжәғәт иткәндә;
- нотариаль эш-ғәмәлдәрҙә;
- гражданлыҡ хәле акттарын теркәү менән бәйле эш-ғәмәлдәрҙә;
- Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыу йәки Рәсәй Федерацияһы гражданлығынан сығыу, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһына инеү йәки Рәсәй Федерацияһынан сығыу менән бәйле эш-ғәмәлдәрҙә;
- электрон хисаплау машиналары өсөн программаларҙы, бирелмәләр базаһын һәм интеграль топология микросхемаһын рәсми теркәгәндәге эш-ғәмәлдәрҙә;
- федераль проба күҙәтеүен башҡарғанда вәкәләтле дәүләт учреждениеларының эш-ғәмәлдәрендә;
- дарыу препараттарына дәүләт теркәүен башҡарғанда вәкәләтле башҡарма власть органының эш-ғәмәлдәрендә;
- медицина әйберҙәренә дәүләт теркәүен башҡарғанда вәкәләтле башҡарма власть органының эш-ғәмәлдәре;
- Юридик шәхестәргә, сәйәси фирҡәләргә, киң мәғлүмәт сараларына, ҡиммәтле ҡағыҙҙар сығарыуға, милеккә хоҡуҡҡа, транспорт сараларына һәм башҡаларға дәүләт теркәүе үткәргәндә.
Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы менән шулай уҡ түбәндәгеләр өсөн дәүләт пошлиналары ҡаралған:
- юридик шәхестәрҙең атамаларында «Рәсәй», «Рәсәй Федерацияһы» тигән һүҙҙәрҙе һәм был һүҙҙәр нигеҙендә яһалған һүҙҙәрҙе йә һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланыу хоҡуғы;
- мәҙәни ҡиммәттәрҙе, палеонтология һәм минералогия буйынса коллекциялау предметтарын алып сығыу;
- хәүефле ҡалдыҡтарҙы сиктәр аша йөрөтөүгә рөхсәт биреү;
- Юғалыу хәүефе аҫтындағы ҡырағай фауна һәм флора төрҙәре менән халыҡ-ара сауҙа тураһындағы конвенция йоғонтоһона эләккән хайуандар һәм үҫемлектәрҙе, уларҙың өлөштәрен һәм дериваттарын Рәсәй Федерацияһы территорияһынан алып сығыуға йә Рәсәй Федерацияһы территорияһына индереүгә рөхсәт биреү.
Үҙгәрештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 27 декабрендә «Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының беренсе өлөшө 45-се статьяһына һәм икенсе өлөшө 25.3-сө бүлегенә һәм Рәсәй Федерацияһы айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында, шулай уҡ "Этил спирты, алкоголле һәм спирты булған продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше менән бәйле эшмәкәрлек төрҙәренә лицензия биреү өсөн йыйымдар тураһында" Федераль закондың көсөн юғалтыуы хаҡында» 374-ФЗ һанлы Федераль закон ҡабул ителә. Был закон юридик әһәмиәтле эш-ғәмәлдәр өсөн түләнеүсе дәүләт пошиналары күләмен һиҙелерлек арттыра. 2009 йылдың 27 декабрендәге 374-ФЗ һанлы Федераль закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң 1 вйҙан, атам әйткәндә 2010 йылдың 29 ғинуарында (башҡа мөҙҙәттәр ҡаралған айырым положениеларынан башҡа) көсөнә инә.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- НАЛОГОВЫЙ КОДЕКС РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ (ЧАСТЬ ВТОРАЯ). Глава 25.3. ГОСУДАРСТВЕННАЯ ПОШЛИНА (введена Федеральным законом от 02.11.2004 N 127-ФЗ) 2011 йыл 27 октябрь архивланған.
- Федеральный закон № 374-ФЗ «О внесении изменений в статью 45 части первой и в главу 25.3 части второй Налогового кодекса Российской Федерации и отдельные законодательные акты Российской Федерации, а также о признании утратившим силу Федерального закона "О сборах за выдачу лицензий на осуществление видов деятельности, связанных с производством и оборотом этилового спирта, алкогольной и спиртосодержащей продукции».Закон существенно увеличивает размер уплачиваемой госпошлины за совершение юридически значимых действий. 2011 йыл 13 ноябрь архивланған.