Призма (оптика)
Призма — оптикала: үтә күренмәле материалдан яһалған, яҫы шымартылған ҡырлы геометрик призма формаһындағы оптик элемент. Яҡтылыҡ нуры призмала һына.
Призма төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дисперсион призмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Дисперсион призмаларҙы спектраль йыһазларҙа төрлө оҙонлоҡтағы тулҡындар нурланыштарын киңлектә айырыу өсөн ҡулланалар.
- Ябай өс ҡырлы призма
- Броунинг-Рузерфорд призмаһы
- Аббе дисперсион призмаһы
- Амичи призмаһы
Сағылдырыусы призмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сағылдырыусы призмаларҙы нурҙар, оптик күсәр һәм визирлаштырыу һыҙығы йүнәлештәрен үҙгәртеү өсөн ҡулланалар. Ҡайтаруысы призмалар бер нисә сифат буйынса бүленәләр:
- призмалағы сағылыштар һаны
- «түбә» булыуы йәки булмауы
- призма конструкцияһы характеры
- оптик күсәр һыну мөйөшө
Шулай уҡ һауа аралығы менән айырылған бер нисә өлөштән тороусы призмалар ҙа сағылдырыусы призмалар араһында билдәле урында торалар. Ҡайһы бер киң таралған призмалар үҙ исемдәрен алалар:
- Пентапризма
- Порро призмаһы
- Аббе-Порро призмаһы
- Аббе призмаһы
- Пехан-Шмидт призмаһы
- Дове призмаһы
- «Түбәле» призмалар
- Дихроид призма
Призма исеме һыҙыҡ аша яҙылған ике йәки өс хәреф һәм һан менән билдәләнә. Беренсе хәреф сағылдырыусы эргәләр (сағылыуҙар) һанын күрһәтә(«А» — бер, «Б» — ике, «В» — өс һ.б.). «Түбә», шартлы рәүештә, бер ҡыры булып һанала, һәм аны билдәләр өсөн беренсе хәрефтән һуң «к» индексын ҡуялар (мәҫәлән, Ак, Бк)
Икенсе хәреф конструкция характерына күрсәтә («Р» — тигеҙ яҡлы, «П» — пентапризма, «У» — ярымпентапризма, «С» — ромб рәүешле, «М» — йыраҡлыҡ үлсәү тибындағы, «Л» — Леман призмаһы). Һыҙыҡ аша яҙылған һандар оптик күсәр һыныу мөйөшөн күрһәтәләр(0°,90°,180°). Мәҫәлән, «ВкР-45°» — өс сағылдырыусы ҡырлы һәм түбәле тигеҙ яҡлы призма, күсәр һыныу ҙурлығы - 45°.
Йыйылма призмалар үҙ исемдәре һәм күсәр һыныу ҙурлыҡтары буйынса билдәләнәләр. Мәҫәлән, «А-0°» — Аббе призмаһы, «Бк-90°» — түбәле башмаҡ һымаҡ призма, «К-0°» — призма-куб.
Поляризацион призмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Николь призмаһы
- Волластон призмаһы
- Аренс призмаһы
- Глан-Фуко призмаһы
- Глазебрук призмаһы
- Рошон призмаһы
Һылтамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Hecht, Eugene. Optics (4th ed.). — Pearson Education, 2001. — ISBN ISBN 0-8053-8566-5.
Шулай ук ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы һылтамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Geometry of Two Prism Spectroscopes 2006 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
- Java applet of refraction through a prism