Проект:Башҡортостан ауылдары/Аңлатма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостан ауылдары буйынса эштәрҙең күп өлөшө тамамланған. Хәҙергә ашығыс булмаған киләһе эштәр бар:

  • Үҙегеҙ таныған тораҡ пункты тураһындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн ҡарау һәм хата булһа төҙәтеү.
  • Мәҡәләләге {{ТП-Рәсәй}} ҡалып-карточкаһына яңы мәғлүмәттәр өҫтәү.
  • Үҙегеҙ кәрәкле тип иҫәпләгән ниндәй ҙә булһа яңы мәғлүмәт йәки файл өҫтәү (мәҫәлән тораҡ пункты фотолары, видеолары, халыҡ араһындағы исеме, ауыл урамдары, тирә-яҡтағы тау, урман, йылға исемдәре, ауылдағы мәктәп, медпункт, ауыл хужалығы, тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр һ.б.). Мәҫәлән, ауыл тураһында тулыландырылған мәҡәлә: Ләмәҙтамаҡ.

Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт.