Проект:Башҡорттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Марафон хаҡында   Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр  


«Башҡорттар» конкурс-марафоны — дәүләт, йәмғиәт алдындағы ҡаҙаныштары менән тарихҡа ингән йәки үҙ йоғонтоһо менән тарихта һынылыш яһаған, мәғлүмәт сығанаҡтарында сағылыш тапҡан башҡорт милләтле шәхестәр тураһында Башҡорт Википедияһында яңы мәҡәләләр яҙыу өсөн ойошторолған оҙайлы сара. Башҡортостан шәхестәре порталының һәм шундай уҡ исемле даими алып барылған проекттың 2021 йылда тормошҡа ашырылған өлөшө булып тора.

Ҡыҫҡа адрес — https://w.wiki/$bc

Маҡсаттары[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Арҙаҡлы шәхестәр өлгөһөндә йәш быуында илгә, башҡорт теленә, тарихына һөйөү, рухи-әхләҡи мәҙәнилек нигеҙҙәрен, граждандар әүҙемлеген тәрбиәләү;
  • Башҡорт Википедияһын башҡорт телендәге йөкмәткеле, файҙалы мәғлүмәт менән тулыландырыу һәм байытыу;
  • Онлайн-энциклопедияның башҡа тел бүлектәрендә Башҡортостан, башҡорттарҙың арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәтте артабан таратыу өсөн нигеҙ булдырыу.

Ойоштороусылар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фонды;
  • Башҡортостан Викимедиасылары төркөмө.

Уҙғарыу ваҡыты[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Конкурс-марафон 2021 йылдың 21 февралендә 00.00 сәғәттә башланып, 2021 йылдың 11 октябренә 23.59 минутҡа тиклем дауам итә. Йомғаҡ 2021 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнө байрамында, яһала.

Рәсми раҫланған һәм тулы положение[сығанаҡты үҙгәртеү]