Проект:Вики-мәктәп/Дәрестәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баш бит   Тыңлаусылар төркөмдәре   Дәрестәр һәм семинарҙар   Дәреслектәр   Партнерҙар һәм бағыусылар   Киң мәғлүмәт саралары  

2017 йыл[вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе онлайн дәрес — Һылтанмалар[вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар бүлеген аңлайышлы итеп төҙөргә өйрәнбеҙ!

[http://www.sitename.org Һүрәт] — аңлатмалы тышҡы һылтанма бына шулай эшләнә: башта сайт адресы һәм бер буш тамға аша сайттағы мәғлүмәткә аңлатма бирелә. Һәм бына шулай күренә — Һүрәт.

Аҫтағы ике һылтанманың айырмаһы нимәлә?

  • http://ufa-gid.com/encyclopedia/zubaidul.html
  • [http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/prosmotr/2-statya/15787-zubajdullin-khizbulla-gumerovich ЗУБАЙДУЛЛИН Хизбулла Гумерович. Башҡорт энциклопедияһында мәҡәлә]

Ниңә улар икеһе ике төрлө күренә?

Ҡайһыһы аңлайышлыраҡ? Сағыштырып ҡарағыҙ һәм яуабығыҙҙы яҙығыҙ. Үҙегеҙ төҙөгән мәҡәләләрҙе тикшереп ҡарағыҙ һәм ундағы етешһеҙлекте бөтөрөгөҙ.

Иҫкәрмә

Башҡорт энциклопедияһына дөрөҫ һылтанма махсус ҡалып аша эшләнә
{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/3352-aripov-r-mi-j-f-r-uly}}
һәм нисек күренгәнен Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы#Сығанаҡтар мәҡәләһендә ҡарағыҙ.

Яуаптар.
  • Башҡортса ҡуйғаның ыңғайыраҡ.  (рус.) ҡалыбы менән аңлатырға була. Әгәр сайт ике телдә алып барылһа аңлатманы ниндәй сығанаҡҡа ҡуябыҙ шул телдә бирәм. Рөстәм Нурыев.
  • ✔Өйрәндем. Һылтанмалар буйынса үҙемдең һәм бер нисә ҡатнашыусының мәҡәләләрен төҙәтеп сыҡтым. Һылтанма янына сығанаҡтың исемен ҡуйып, ошондай [] ҡалып эсенә алаһың. Мин янығыҙҙа саҡта күреп өйрәнгәс, шунда уҡ төшөндөм. Күптәр онлайн аңлап етмәҫ тә, бик ҡатғи талап итмәй тороғоҙ.Һәҙиә 23:36, 26 февраль 2017 (UTC)

Икенсе дәрес — Интервики[вики-тексты үҙгәртергә]

Интервики мәҡәләне башҡа тел бүлектәрендәге мәҡәләләр менән бәйләү өсөн ҡуйыла. Эстәлек тәржемәсе (машинный переводчик) ғәҙәттә автоматик рәүештә беркетә. Мәҡәлә баҫтырғас, интервики сыҡмай икән, битте яңыртыр кәрәк.

  1. БашВикила ҡуйған мәҡәләнең русса исемен иҫтә ҡалдырырға, йәки күсереп (копировать) алырға
  2. БашВикилағы мәҡәләнең һул яҡтағы Башҡа телдәрҙә бүлегендә Һылтанмаларҙы төҙәт төймәһенә баҫырға
  3. Сыҡҡан тәҙрәнең өҫкө юлында «ру» (рувики) тип яҙырға
  4. Икенсе юлында мәҡәләнең рус телендәге исемен күсереп ҡуйырға
  5. Һылтанманы өҫтәргә (Связать со страницей) төймәһенә баҫырға ла, битте яңыртырға (подтвердить)