Проект:Вики-яҙ 2016/ЧаВО

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡағиҙәләр[сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Конкурста Башҡорт Википедияһында теркәлгән һәр кем ҡатнаша ала. Ойоштороусылар һәм баһалама (жюри) ағзалары бәйгелә дөйөм нигеҙҙә ҡатнаша, әммә улар еңеүсе исеменә дәғәүә итә алмай.

2. Конкурсҡа 21 марттан (Өфө ваҡыты менән 0:00 сәғәттән) 31 майға (23:59 сәғәткә) тиклемге осорҙа яҙылған мәҡәләләр ҡабул ителә.

3. Конкурс иҫәбенә түбәндәге шарттарға яуап биргән мәҡәләләр индерелә:

    • Тема мотлаҡ Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренә ҡағылышлы булырға тейеш (илдәр исемлеген бында ҡарарға мөмкин). Башҡорт Википедиясыларының Башҡортостан тураһындағы мәҡәләләре конкурста ҡатнашмай.
    • Күләм кәмендә 2500 байт йәки төп тексы ғына (һүрәттәрҙән, әҙәбиәт исемлегенән, һылтанма һәм иҫкәрмәләрҙән башҡа) 200 һүҙҙән артыҡ булырға тейеш.
    • Тема йәһәтенән әһәмиәтле булырға тейеш.
    • Яҙылыуы буйынса йөкмәткеле, темаһы мөмкин тиклем тулыраҡ асылған булырға тейеш.
    • Сығанаҡтарҙың күрһәтелеүе мотлаҡ.
    • Етешһеҙлектәр тураһында ҡалыптар (мәҫәлән, {{орисс}}, {{Һылтанмалар юҡ}} һ.б.) булырға тейеш түгел.
    • Исемлек формаһында (төрлө хәл-ваҡиғаларҙы, даталарҙы, ниндәйҙер хеҙмәттәрҙе һанап сығыу) булмауы шарт.