Проект:Тарихи Башҡортостан топонимияһы 2020/Талаптар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Марафон хаҡында   Талаптар  


Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр  


Ҡатнашыусыларға[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимарафонда һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.
  2. Викимарафонда ҡатнашыу өсөн Башҡорт Википедияһында теркәлеү мотлаҡ.

Мәҡәләләргә[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимарафон тематикаһына тап килеү.
  2. Википедияның барлыҡ ҡағиҙәләрен үтәү, атап әйткәндә, мәҡәләләр:
    1. әһәмиәтле булырға тейеш;
    2. авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа йәки текст Викимедия проекттарында урынлаштырылмаған сығанаҡтарҙың турана-тура күсермәһе булмаҫҡа тейеш;
    3. факттар нейтраль нигеҙҙә ҡулланылырға тейеш (был бигерәк тә замандаштар биографияһына ҡағыла);
    4. абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә һәм уларға һылтанма төшөрмә аша ҡуйылырға тейеш;
    5. эстәлектә оригиналь эҙләнеүҙәр һәм фекерҙәр булмаҫҡа тейеш.
  3. Яңы мәҡәләнең күләме 2000 байттан һәм 120 һүҙҙән кәм булмаҫҡа тейеш.
  4. Теманы һайлағанда ошо исемлекте файҙаланырға була, әммә был ҡәтғи һәм мотлаҡ түгел.
  5. Төп тексы 150 һүҙҙән кәм булған йәки бот менән яҙылған килеш торған мәҡәләләргә этимология буйынса мәғлүмәт өҫтәгәндә — 0,5 балл бирелә.
  6. Тарихи Башҡортостан ерҙәре топонимикаһы тигән категория ҡуйыу мотлаҡ.

Һүрәттәргә талаптар[сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Викимарафон һүрәттәре Викиһаҡлағысҡа дөрөҫ рәсмиләштерелгән ирекле лицензия аҫтында тейәлергә тейеш.
  2. Викимарафон темаһына тура килгән мәҡәләләргә ҡуйылған һүрәттәр генә викимарафонда ҡатнаша ала.
  3. Һүрәттәр панорама азатлығы тураһындағы законды боҙмаҫҡа тейеш. Айырым әйткәндә, биналарҙың фотолары рөхсәт ителә, әммә авторлыҡ хоҡуғы менән һаҡланған һәйкәлдәрҙең фотоларын тейәү рөхсәт ителмәй.