Проект буйынса фекерләшеү:Юбилярға Википедия бүләге
Яңы исем
[сығанаҡты үҙгәртеү]Юбилярҙар исемлегендә булмаған кешене был яҙманан аҫта, әммә башҡа исемдәрҙән алда яҙығыҙ. * тамағаһы менән башлағыҙ. Шәхестең кем булыуын һәм уның тураһында ҡайҙа мәғлүмәт барлығын күрһәтһәтегеҙ. Тәжрибәле википедистар тәҡдимегеҙҙе раҫлар, йәки кире ҡағыр.
- Тамғалы исемлектең бер юлы
- Тамғалы исемлектең бер юлы
Проект тураһында
[сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы проект тәҡдим итәм. Юбилярҙар Википедия иғтибарынан ситтә ҡалмаһын ине. Проект сиктәрендә төҙөлгән һәм аныҡлаштырлған мәҡәләләрҙең фекерләшеү битенә махсус ҡалып ҡуйып билдәләйек. Ул ҡалыпты эшләргә кәрәк. Юбилей айы һәм бер ай алда төҙөлгән мәҡәләләр проект сигендә эшләнгән (аныҡлаштырылған) тип иҫәпләйек. Һеҙҙең фекерҙе беләһе килә, викиарҡаҙаштар! Бында яҙығыҙ --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:46, 21 ғинуар 2017 (UTC)
2017 йыл мәғлүмәте
[сығанаҡты үҙгәртеү]Айсар ағай, 2017 йылғы айырым файл итеп эшләгән мәғлүмәтте юйырға булалыр, ивет? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 06:44, 28 июнь 2018 (UTC)
- Юйырға булалыр, барыһы ла ингәндер исемлеккә. Дүрт йылдан һуң яңыртҡанда - бары тикшерелер ул. --Айсар (әңгәмә) 08:54, 28 июнь 2018 (UTC)
Мәҡәләгә ҡарата шарттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Айсар, мәҡәләнең күләме буйынса айырым шарт ҡуйырға кәрәктер тип уйлайым. Әйтәйек, «Мәҡәлә күләме 2500 йәки 3000 байттан кәм булырға тейеш түгел». --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:24, 1 ғинуар 2019 (UTC)
- Әйҙә 3000 байт булһын. Һәм тағы ла: Башҡорт энциклопедияһынан һүҙмә-һүҙ күсерелгән мәҡәләләр ҡабул ителмәй, тип тә өҫтәргә кәрәк. --Айсар (әңгәмә) 09:33, 1 ғинуар 2019 (UTC)
Төп биттән күсте
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Мин һуңғы көндәрҙә,дәфтәр тикшереүҙән бер аҙ бушағас, яҙған 4 мәҡәләне: Муллағолова Әнисә Муса ҡыҙы, Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы, Әхмәтов Роберт Хәсән улы, Йәнекәйев Дамир Әхмәт улы, Иҫәндәүләтова Вилюра Әҙеһәм ҡыҙы (өҫтәмә генә индерҙем, исемен төҙәтер кәрәк, Гөлшат уны Вилүрә тип алған),
- яҙҙым, әммә исемлеккә индерә алманым. Барыһы 7 мәҡәлә яҙғанмын.(Аҡҡашҡа (әңгәмә) 13:10, 2 ғинуар 2019 (UTC))
- Проекттың шарты: Юбилей айында йәки бер ай алда яҙылған (тулыландырылған) мәҡәлә бүләк булып иҫәпләнә. Йәнекәйев мәҡәләһе исемлеккә ингән, ҡалғандары шартҡа тура килмәй. --Айсар (әңгәмә) 13:31, 2 ғинуар 2019 (UTC)