Псков дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Псков дәүләт университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 2010
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Псков
Диапазон IPv4 85.142.12.0/24[1]
Рәсми сайт eng.pskgu.ru
Commons-logo.svg Псков дәүләт университеты Викимилектә

Псков дәүләт университеты (рус. Псковский государственный университет (ПсковГУ)) — Псков ҡалаһында юғары уҡыу йорто.

2010 йылда ике юғары уҡыу йортон (С.М. Киров исемендәге Псков дәүләт педагогия университеты, Псков дәүләт политехник институты) һәм өс урта һөнәри уҡыу йортон (Псков индустриаль техникумы, Псков төҙөлөш һәм иҡтисад колледжы) бергә ҡушыу юлы менән барлыҡҡа килгән.[2][3][4]


2017 йылдың апрелендә төбәк терәк университеттарының береһе булды.[5]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Псков дәүләт университеты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың 2010 йылдың 27 декабрендәге 2440-р күрһәтмәһенәнән һкң нигеҙләнә. Университет биш уҡыу йорто: С.М. Киров исемендәге Псков дәүләт педагогия университеты, Псков дәүләт политехник институты, Псков индустриаль техникумы, Псков төҙөлөш һәм Великие Луки төҙөлөш колледжы нигеҙендә асылырға тейеш булған.

2011 йылдың 7 апрелендә РФ Мәғариф һәм фән министрлығының "Псков дәүләт юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһын булдырыу тураһында" 1465-се приказы сыҡты. Псков дәүләт университеты ректоры итеп 1 йылға Псков өлкәһе губернаторы урынбаҫары Юрий Анатольевич Демьяненко тәғәйенләнде.[2][6]

2011 йылдың 14 октябрендә Псков дәүләт университеты (ПсковГУ) дәүләт учреждениелары реестрына индерелә. [8] Ошо көндән 14 октябрь — яңы юғары уҡыу йорто Псков дәүләт университетының тыуған көнө.[7][8]

2011 йылдың 25 октябрендә Псков дәүләт университетын асыу тантанаһы үтте.</ref> 14 октября теперь — день основания нового вуза, Псковского государственного университета.[8]

2012 йылдың ғинуарында элекке Псков педагогия институты составында булған факультет етәкселәре Псков губернаторына асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. Улар Псков дәүләт университетының яңы етәкселәрена ҡаршы протест белдерә, улар фекренсә элекке педагогия институты, политехник институтҡа ҡарағанда дискриминациялана.[9]

Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2019 йылдың августына торошло Псков дәүләт университетында түбәндәге факультеттар эшләй[10]:

  1. Тарих факультеты — 1945 йылда ойошторолған (1956—1963 йылдарҙа тарих-филология факультеты составында булған). Адрес: Псков, Л. Поземский ур., 6.
  2. Иҫәпләү техникаһы һәм электроэнергетика факультеты — 2015 йылдан (ике факультетты берләштерелшән: информатика һәм электромеханика факультеттары). Адрес: Псков, Л. Толстой ур, 4, корп. 3.
  3. Инженерлыҡ һәм төҙөлөш технологиялары факультеты — 2015 йылдан (ике факультет берләштерелгән: механика-машина төҙөлөшө һәм инженер-төҙөлөш факультеты). Адрес: Псков, Л. Толстой ур, 4.
  4. Табиғәт-география факультеты — 1932 йылда барлыҡҡа килгән (2015—2019 йылдарҙа тәбиғәт белеме, медицина һәм психологик белем бирү факультеттары составында). Адрес: Псков, Советская ур., 21.
  5. Идарә итеү факультеты — 1994 йылдан (Псков политехник институтының "Иҡтисад һәм производствоны ойоштороу" иҡтисад кафедраһы бүлеге нигеҙендә барлыҡҡа килгән). Адрес: Псков, Л. Толстой ур, 6а, корп. 2.
  6. Мәғариф технологиялары һәм дизайн факультеты — 2013 йылдан (өс факультет берләштерелгән: мәғариф технологиялары, социаль технологиялар һәм технология һәм дизайн факультеты). Адрес: Псков, Красноармейская ур., 1.
  7. Рус филологияһы һәм сит телдәр факультеты — 2015 йылдан (ике факультет берләштерелгән: сит телдәр һәм филология факультеты). Адрес: Псков, Ленин м., 2.
  8. Физика-математика факультеты — 1932 йылда ойошторолған (ул Псков дәүләт университетының иң беренсе факультеты булып тора). Адрес: Псков, Ленин м., 2.
  9. Финанс-иҡтисад факультеты — 2015 йылдан. Адрес: Псков, Л. Толстой ур., 4, корп. 2.
  10. Хокуҡ факультеты -— 2009 йылдан. Адрес: Псков, Красноармейская ур., 1.
  11. Медицина факультеты — 2019 йылдан. Адрес: Псков, Советская ур., 21.

Физик культура кафедраһы факультет-ара кафедра булып тора.[10].

Аспирантура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юғары квалификациялы ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү 21 ғилми һөнәр буйынса алып барыла.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=85.142.12.0%20-%2085.142.12.255&type=inetnum
  2. 2,0 2,1 № 2440-р от 27 декабря 2010 года(недоступная ссылка)
  3. Распоряжение Председателя Правительства Российской Федерации № 2440-р от 27 декабря 2010 года «О создании Псковского государственного университета»
  4. Приказ Минобрнауки России № 1465 от 7 апреля 2011 года О создании федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего профессионального образования «Псковский государственный университет» Архивная копия от 31 октябрь 2011 на Wayback Machine
  5. * Список опорных вузов в России пополнили 22 региональных университета // Интерфакс, 18.04.2017
  6. Кандидатура ректора Псковского госуниверситета будет представлена в самое ближайшее время. ПЛН.
  7. 14 октября теперь — день основания нового вуза, Псковского государственного университета
  8. 8,0 8,1 Андрей Турчак пожелал студентам ПсковГУ применять полученные знания в Псковской области. ПЛН
  9. ПЛН: Преподаватели ПсковГУ просят губернатора разобраться в ситуации, сложившейся в вузе
  10. 10,0 10,1 Струтура Псков ГУ: раздел факультеты

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]