Эстәлеккә күсергә

Пуризм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Пуризм (лат. purus — таҙа) — әҙәби телде сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән, неологизмдарҙан таҙартырға кәрәгенән артыҡ тырышыу[1]; телдең йәнәһе сафлығын һаҡлау өсөн, уны сит тел һүҙҙәренән таҙартыуҙы маҡсат итеп алған бер йүнәлеш.[2]; телдең сафлығын, нормаларын һаҡлау өсөн, башҡа телдәрҙән һүҙ алмаҫҡа тырышыу[3].

Исландия пуристары символы — Тор сүкеше

Пуризм урыҫ телендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ теленә һүҙҙәр алыныу Пётр I реформаларынан башлана, тел мәсьәләләренә етди ҡараш башланғас урарҙың үтеп кереүе тотҡарлана. Һүҙлек төҙөгәндә Рәсәй академияһы императрица кенәз Дашкова аша тапшырған талапты күҙ алдында тота «академик һүҙлектә сит телдән ингән һүҙҙәрҙе ҡулланмаҫҡа, телдә ҡулланылғандарын иҫке йәки яңы уйлап табылған һүҙҙәр менән алмаштырырға». Был йүнәлештә академия эшмәкәрлеге уңышһыҙ була (1804 йылдың 17 сентябрендәге һәм 1805 йылдың 23 мартындағы ултырыш); аудитория урынына — слушалище, адъюнкт урынына — приобщник, актёр урынына — лицедей һүҙҙәре ҡулланырға ҡарар ителә.

XIX быуат башы шовинистик нигеҙҙәге пуризм менән үҙенә билдәлелек яулаған Шишков менән бәйле. Шишков «аллея» урынына — «просад», «кий» урынына — «шаропих», «калоши» урынына— «мокроступы» һүҙҙәрен ҡулланырға тәҡдим итә.

Был һүҙҙәр ҡулланышҡа инмәй онотолоп ҡала.

  1. Русско-башкирский словарь общественно-политических терминов. (Г. К. Кунафина, Т. Д. Ишкина, 2001)
  2. Русско-башкирский терминологический словарь по языкознанию (Г. Д. Зайнуллина, 2002)
  3. Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)