Раздан (йылға)
Раздан | |
---|---|
әрм. Հրազդան | |
Река Раздан Еревандың ситендәге йылға, Кармир-Блурҙан күренеше. | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 141 км |
Бассейн | 2560 км² |
Һыу сығымы | 17,9 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | Севан |
· Координаталар | 40°33′08″ с. ш. 44°59′21″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Аракс |
· Координаталар | 39°59′25″ с. ш. 44°27′10″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Ил | Әрмәнстан |
— инеше, — тамағы | |
Раздан Викимилектә |
Разда́н (әрм. Հրազդան [Hrazdán]), Занга (әрм. Զանգու [Zangu][1]), Әрмәнстандағы йылға, Аракстың һул ҡушылдығы (Кура йылғаһы бассейны).
Раздан йылғаһы буйында Севан, Раздан, Чаренцаван ҡалалары һәм Әрмәнстандың баш ҡалаһы Ереван урынлашҡан. Раздан һәм Касах йылғалары араһында Аралер тауы тора, уның бейеклеге диңгеҙ кимәленән - 2577 метр.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо - 141 км, Севан күле бассейны менән бергә уның бассейны - 7310 км², Раздандың үҙ бассейны майҙаны — 2560 км².[1]
Севан күле уның төньяҡ-көнбайыш өлөшөн, Севан ҡалаһынан алыҫ булмаған ерҙән ағып сыға. Бейек урындарҙа тау үҙәндәре буйлап Ереванға табан көньяҡҡа аға. Ереван эргәһендә бер нисә ҡырҡа боролош яһай. Түбән урындарҙа Арарат тигеҙлеге буйлап аға, сик буйына еткәс, Аракс йылғаһына ҡоя.
Этимологик атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IV быуат баштарында, әрмәндәр христиан динен ҡабул иткәнгә тиклем, уларҙа зороастризмдың айырым бер рәүеше киң таралғанлыҡтан, йылға атамаһы зороастризм менән бәйле булыуы ихтимал[2][3]. Айырып әйткәндә, Систандағы Фраздан да Виштаспаның зороастризмды өйрәнеүе тураһында Авестала телгә алына.
Шул уҡ ваҡытта, Э. А. Грантовский быға оҡшаш этнонимдар Авестаға бәйләнмәйенсә лә барлыҡҡа килә алыуы тураһында яҙа, улар йәки иран халыҡтары эпик традицияларынан, йәки географик атамаларҙың шуға оҡшаш яһалышы һөҙөмтәһендә лә барлыҡҡа килергә мөмкин[4]. Б. В. Техов атаманың килеп сығышын скифтар менән бәйләй[5].
Йылғаның исеме беренсе тапҡыр боронғо әрмән яҙыусылары әҫәрҙәрендә осрай, атап әйткәндә, Себеоста ( Հուրազդան = Hurazdan рәүешендә) Һәм Мовсес Хоренациҙың (иң боронғоһо, башланғыс формаһында Հրազդան = Hrazdan)[6][7].
Электроэнергия етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дөйөм кәмеүе 1097 м (1,8 м/км). Тәбиғи шарттарҙа, йылғаның башында һыуҙың уртаса тотонолошо 2 м³/с, йылға тамағына яҡын ерҙә — 17,9 м³/с. 1930 йылдан алып, 1962 йылға тиклем алты гидроэлектростанцияның береһе Севан каскады төҙөлә, шунан һуң йылға башындағы һыуҙың тотонолошо күлдәге быуаттар буйы йыйылған һыу иҫәбенә 44,5 м³/с тапҡырға тиклем арта. Севандағы һыу кимәленең ҡырҡа кәмеүе башлана, шуға күрә, кәмеүҙе туҡтатыу өсөн, 1965 йылдан алып һыуҙы асып ағыҙып ебәреү 16 м³/с тиклем кәметелә.
Электр энергиһы эшләп сығарыуҙан тыш, Раздан яландарҙы һыу менән туйындырыу өсөн дә ҡулланыла. Шулай уҡ, йылғала балыҡсылыҡ та үҫешкән. Раздан Әрмәнстан хужалыҡтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 [ Раздан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ J. R. Russell Armeno-Iranica // Papers in Honour of Professor Mary Boyce. — 1985. — С. 451.Оригинал текст (инг.)
Various strands of the Kayanian legends were brought together by the Arsacid period (if not, indeed, earlier), when Iranian cultural and religious influence in Armenia was strongest, and the name Hrazdan, a NW MIr form, was given to the tributary of the Araxes, which flows through the modern Armenian capital, Erevan. The name is first attested as getn Hurazdan ´the river Hurazdan´ in the History of Sebeos., while Movses Xorenaci uses the apparently older form Hrazdan.
- ↑ J. R. Russell. Zoroastrianism in Armenia. — Harvard University Press, 1987. — С. 48.Оригинал текст (инг.)
The change of initial fr- to hr- in Arm. loans from northwestern MIr. is well attested in numerous examples (Arm. hraman, hrask, hrestak etc., Arm. Gr. 182 et seq.) and in the name of the river Hrazdan, which flows through modern Erevan and which may have received its name from Zoroastrians, for the body of water called Frazdan is referred to in the Phl. Sahristaniha i Eran as a place where Vistaspa received instruction in the Good Religion.
- ↑ Э. А. Грантовский. Алғы Азия иран ҡәбиләләренең башланғыс тарихы. — Восточная Литература, 2007. — С. 333—334.
Үрҙә билдәләп үтелгәнсә, атаманың аңлатмаһы ошолай аңлатылһа ла, Авестанан билдәле топонимдар, уға бөтөнләй бәйләнмәйенсә , көнбайыш Иранда ла булыуы ихтимал (йә иран эпик традицияларының боронғо ҡатламдарында күренеп ҡалған, йә географик атамаһы яһалышындағы оҡшашлыҡ арҡаһында). Һ әр хәлдә, Авесталағы топонимдарҙы көнбайыштан алып Раздан йылғаһы атамаһына күсереү «яуыз» магтарҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе түгел (әрм. Razdan<Hrazdan<иран.Frazdan(u)<ср.авест.Frazdanu Сеистандағы ҡәҙимге локолизация), ул Еревандың Аракс аша Севан күленең төньяҡ-көнбайыш өлөшөнән аға
- ↑ {{книга |автор = Б. В. Техов |заглавие = Скифтар һәм Үҙәк Кавказ беҙҙең эраға тиклем VII—VI быуатта |издательство = Наука |место = М. |год = 1980 |страницы = 14 } }
Күренеүенсә, Әрмәнстан территорияһынд а, мәҫәлән, Раздан ( йылға һәм тарлауыҡ исеме) скифтарҙан тыш башҡа топонимдар һәм гидронимдарҙа ла һаҡлнып ҡалған
- ↑ Г. Хюбшман. Armenische Grammatik. — Leipzig, 1897. — С. 61.
- ↑ Г. Налбандян. Әрмәндәрҙең hражешт этимологияһының һәм hразданронимының килеп сығышы // Ереван университеты яңылыҡтары. — 1983. — № 2. — С. 246—248.