Эстәлеккә күсергә

Расташанскийҙар усадьбаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Расташанскийҙар усадьбаһы

Расташанскийҙәр усадьбаһы — СССР һәм Рәсәй артисы, йырсы, Юрий Расташанскийға арналған мемориаль-художестволы экспозиция, музей һәм ул йыйған картиналар коллекцияһы. Усадьба Ростов өлкәһенең Неклиновск районында урынлашҡан.

Музей 1998 йылдан алып 2011 йылға тиклем Юрий Расташанский йәшәгән йортта урынлашҡан. Музей 2012 йылдың февралендә асыла. Коллекцияның нигеҙен Юрий Расташанский төрлө йылдарҙа йыйған картиналар төҙөй. Музейҙа әҙәби кисәләр һәм фортепиано музыкаһы концерттары үткәрелә.

Музейҙың һынлы сәнғәт әҫәрҙәре фонды 150-нән күберәк, улар араһында И. В. Радоман, А. Е. Стрелов, О. Х. Гусейнов кеүек совет оҫталарының рәсем сәнғәте әҫәрҙәре, шулай уҡ гравюра һәм графика техникаһы менән башҡарылған эштәр бар.

Ҡулъяҙма-документаль фонд Ю. И. Расташанскийҙың яҙыулы дәфтәрҙәрен һәм ҡараламаларын, афишалар, фотографиялар һәм артистың ижады тураһында гәзит мәҡәләләрен үҙ эсенә ала.

Мемориаль фондта 100 тирәһе һаҡланған әйбер бар. Йырсының шәхси әйберҙәре, сәхнә костюмдары һәм ғаилә ҡомартҡылары һаҡлана.

Расташанскийҙар ғаиләһе фонды 1000-дән артыҡ һаҡланған әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала. Унда фотоархив, видео- һәм аудио-яҙмалар бар. Шулай уҡ ғаилә ағзаларының документтары, хаттары, ҡулъяҙмалары һаҡлана.

Музей Неклиновск районы, Петрушино ауылы, Стахановская урамы, й. 28 адресы буйынса урынлашҡан. Музейға барыу — алдан һөйләшеп килешеү буйынса.