Рафтопуло ҡунаҡханаһы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Иҫтәлекле урын
Рафтопуло ҡунаҡханаһы (Таганрог)
Рафтопуло ҡунаҡханаһы
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Октябрь урамы, 35
Нигеҙләүсе Афанасий Андреевич Белов
Нигеҙләнгән 1870-се йылдар
Статус мәҙәни мираҫ объекты

Рафтопуло ҡунаҡханаһы — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты Октябрь урамы,35-се һанлы йорт. Ул Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында урынлашҡан. 1992 йылдан алып ҡала тарих һәйкәленә ҡарай[1].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1870 йылда сауҙагәр Афанасий Андреевич Белов Таганрог ҡалаһы Октябрь урамындағы , 35-се һанлы өс ҡатлы йортто төҙөй. Уның урыны ҡала вокзал майҙаны ҡаршыһында. 1874 йылда был йортта яңыртып төҙөйҙәр . Йорт төҙөй башлағанда Курск-Харьков-Азов тимер юлын Таганрогҡа тиклем һуҙғанға күрә уны табыш йорто итеп төҙөргә фараз итәләр. 18731880 йылдарҙа йорт сауҙагәр Афанасий Андреевич Белов йорто булып иҫәпләнә. 18901906 йылдарҙа йорт хужаһы крәҫтиән Евдоким Некрасов һәм болгар подданныйы Никулов була. 1915 йылда йорт урядник Степан Никифорович Дронов һәм сауҙагәр Евдоким Иванович Некрасов ҡарамағында тора. Йорттоң һуңғы хужаһының фамилияһы — Рафтопуло[2],уның фамилияһы аҫтында тарих һәйкәле иҫкә алына. Йорт мәҙәни мираҫ объекттары исемлегендә ғинуар восстаниеһы ваҡытында бинала ҡыҙылгвардеецтарҙың терәк пункты булған урын тип билдәләнгән. XXI быуатта бина торлаҡ йорт итеп ҡуллана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]