Рейна Мария Вероника
Рейна Мария Вероника | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1963 |
Вафат булған көнө | 27 октябрь 2017[1] |
Вафат булған урыны | Аргентина, Санта-Фе[d], Росарио[d][1] |
Һөнәр төрө | защитник прав инвалидов, educational psychologist |
Описан на сайте | un.org/development/desa/… |
Рейна Мария Вероника (1960 йыл — 27 октябрь, 2017 йыл) — инвалидтарҙың халыҡ-ара кеше хоҡуҡтарын үтәү буйынса агитация үткәргән Аргентина психологы, педагог һәм активист. Инвалидлыҡ һәм үҫеш халыҡ-ара консорциум (англ. Consortium Disability International Development and) исеменән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының инвалидтарҙың хоҡуҡтары тураһында конвенция буйынса һөйләшеүҙәрҙә төп ҡатнашыусы була[2][3].
Иртә тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Аргентинала тыуған Рейна Мария Вероника 17 йәшендә автомобиль һәләкәтенә эләгеп, инвалид булып ҡала. Был ваҡытта ҡыҙ мәктәптә һуңғы курста уҡый. Дауаланғандан һәм реабилитациянан һуң, уҡыуын тамамлай. Ул уҡытыусы булырға хыяллана, әммә Марияға уҡырға рөхсәт итмәйҙәр, сөнки Аргентинала инвалидтарға уҡыутырға рөхсәт ителмәй[4].
Ул был ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыуға өлгәшә, юғары белем алыу өсөн «педагогик психология» һөнәрен һайлай. Мария Вероника Рейна мәктәптәр өсөн махсус белем биреү буйынса Санта-Фе (англ. Universidad de Católica Santa Fe) католик университетын тамамлай. Ул Испанияның Ситтән тороп белем биреү милли университетында уҡытыу хоҡуғы менән асыҡ һәм ситтән тороп уҡытыу өлкәһендә магистр дәрәжәһе ала[2].
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 https://www.un.org/development/desa/disabilities/news/news/passing-of-ms-maria-veronica-reina-a-disability-rights-leader.html
- ↑ 2,0 2,1 Dear Colleague and former director of BBI international programs, Maria Veronica Reina, Passes Away in Argentina. 10 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Passing of Ms Maria Veronica Reina. 10 март 2020 тикшерелгән.
- ↑ Ich bin anders, aber gleich (3): Maria Veronica Reina, Argentinien/USA (German). 10 март 2020 тикшерелгән.