Эстәлеккә күсергә

Роза утрауы Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Республика острова Роз битенән йүнәлтелде)
'{{{Башҡортса исеме}}}
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр Эсперанто теле
Территория
• Бөтәһе

0,00054 км²

Роза утрауы Республикаһы (эспер. Respubliko de la Insulo de la Rozoj) — элекке виртуаль дәүләт. Адриатик диңгеҙҙәге яһалма (антропоген) платформала, Италияның Римини (Форли) ҡалаһынан 11 км алыҫлыҡта урынлашҡан була.

1967 йылда итальян инженеры Джорджио Роза үҙ иҫәбенә диңгеҙҙә төҙөгән 400 квадрат метр майҙанлы платформаны «дәүләт» тип иғлан итә. Платформала ул ресторан, бар, төнгө клуб, сувенир магазины, почта бүлексәһе кеүек коммерция предприятиелары аса. Ҡайһы бер мәғлүмәтәрҙә унда радиостанция булыуы ла хәбәр ителә, әммә был раҫлау тапмаған фараз булып ҡала.

Италия хөкүмәте был утрау-дәүләтте, туристарҙы йәлеп итеп, аҡса йыйып, милли һалым түләүҙән ҡотолоу өсөн хәйлә тип ҡарай. Тиҙҙән, дүрт карабинер һәм һалым инпекторынан торған төркөм прлатформаға килеп төшә. Платформа хөкумәте Италия хөкумәтенә «суверенитеты боҙой һәм хәрби оккупация менән урындағы туризмға зыян килтереү» тураһында протест телеграммаһы ебәрә. Телеграммаға иғтибар бирелмәй. Платформа емерелгәс Роза «һөргөндәге хөкүмәт» төҙөй.

Платформанан 11 км урынлашҡан Римини кешеләре Италия президенты Сарагат Джузеппены ғәйепләп уға хат яҙып ҡултамғалар йыялар.


  • Rose Island — A Dream of Freedom by Fabio Vaccarezza, The Cinderella Philatelist, January 2007, ISSN 0009-6911, pp 42-46
  • How to Start Your Own Country by Erwin S. Strauss, pub. Breakout Productions, Port Townsend, WA, 2nd ed. 1984, ISBN 1-893626-15-6, pp 129—130.
  • «Republics of the Reefs»: Nation-Building on the Continental Shelf and in the World’s Oceans, California Western International Law Journal, vol. 25, no. 1, Fall, 1994, pp 105-06.