Эстәлеккә күсергә

Родригеш Лилиана

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Родригеш Лилиана
порт. Liliana Rodrigues de Góis
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Португалия
Тыуған көнө 13 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Фуншал[d], Португалия[1]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Эш урыны University of Madeira[d][2]
Fundação para a Ciência e Tecnologia[d][3]
Биләгән вазифаһы депутат Европейского парламента[d][4]
Уҡыу йорто Новый университет Лиссабона[d]
Әүҙемлек урыны Страсбург һәм Брюссель
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социалистическая партия[d]
 Родригеш Лилиана Викимилектә

Лилиана Мария Гонсалвеш Родригеш де Гоиш (порт. Liliana Maria Gonçalves Rodrigues de Góis; тыу 13 апрель 1973, Фуншап, Мадейра) — португал (Мадейра утрауынан) сәйәсмән, португал Социалистик партияһы ағзаһы һәм Португалиянан Европа парламентында депутат.

Лилиана Родригеш Санта-Антониула, Фуншап фрегезияһында (районы) тыуа. Европа парламентына һайланғанға тиклем ул 2011 йылдан 2015 йылға тиклем «Мадейра идеялары лабораторияһы» (порт. Laboratório de Ideias da Madeira) президенты вазифаһын биләй. Сәйәсәткә ҡағылышы булмаған һөнәре тормошонда Родригеш булып Мадейра Университеты профессоры һәм мәғариф өлкәһендә тикшеренеүсе була. Ул 1996 йылда Яңы лиссабон университетын «философия» һөнәр буйынса тамамлай һәм Мадейра университетында мәғариф өлкәһендә ике дәрәжәгә эйә була: 2003 йылда магистр дәрәжәһенә, 2008 йылда доктор дәрәжәһенә. Родригеш шулай уҡ урта уҡыу йорттарында философия, психология һәм социологиянан уҡыта. Бынан тыш, ул Бразилиялауҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә .

Европа парламентында эшләгән ваҡытында ул Мадейра менән үҙенең бәләнештәрен һаҡлап ҡалырға ниәтләнеүен белдерә[5].

Буш ваҡытында эттәрҙе өйрәтеү менән мауыға, Родригеш әйтеүенсә, Брюсселдә бының менән шөғөлләнеү бик ауыр.

Европа парламенты депутаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Родригеш беренсе тапҡыр Европа парламентына 2014 йыл һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса һайлана[6]. Парламентта ул Төбәктәр үҫеше буйынса комитетта, Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм гендер тигеҙлеге буйынса комитетта эшләй, Көнсығыш илдәре менән бәйләнеш буйынса делегацияға һәм Урта диңгеҙ буйы Союзының Парламент ассамблеяһы делегацияһына инә[7]. Төрлө комитеттарҙа эшләүҙән тыш, ул шулай уҡ — Европа парламентының ЛГБТ хоҡуҡтары буйынса интергруппаһы ағзаһы[8].

Родригеш Португалия хөкүмәте 2015 йылда ҡабул иткән ресурстарҙы үтә бәрәкәтле тотоноу буйынса сараларына ҡаршы сығыш яһай, .

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1152924567 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
  3. Montenegro A. ORCID Public Data File 2023 — 2023. — doi:10.23640/07243.24204912.V1
  4. Members of the European Parliament, Членове на Европейския парламент, Diputados al Parlamento Europeo, Poslanci Evropského parlamentu, Medlemmer af Europa-Parlamentet, Mitglieder des Europäischen Parlaments, Euroopa Parlamendi liikmed, Βουλευτές του Ευρωπαϊκού Κοινοβουλίου, Députés au Parlement européen, Feisirí Pharlaimint na hEorpa, Zastupnici u Europskom parlamentu, Deputati al Parlamento europeo, Eiropas Parlamenta deputāti, Europos Parlamento nariai, Az Európai Parlament képviselői, Il-Membri tal-Parlament Ewropew, Leden van het Europees Parlement, Posłowie do Parlamentu Europejskiego, Deputados ao Parlamento Europeu, Deputații în Parlamentul European, Poslanci Európskeho parlamentu, Poslanci Evropskega parlamenta, Euroopan parlamentin jäsenet, Europaparlamentets ledamöter (билдәһеҙ)
  5. Group, Global Media Eurodeputados - Liliana Rodrigues, a independente que vem do Funchal. Дата обращения: 4 апрель 2021.
  6. "Seeing women as weaker than men is nonsense." Interview with MEP Liliana Rodrigues. blog.unitee.edu (1 октябрь 2014). Дата обращения: 4 апрель 2021.
  7. Liliana RODRIGUES - Página inicial - Deputados - Parlamento Europeu. Дата обращения: 4 апрель 2021.
  8. Members 2019 йыл 27 март архивланған. European Parliament Intergroup on LGBTI Rights.