Росляков Андрей Григорьевич
Росляков Андрей Григорьевич | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө |
24 декабрь 2015 (88 йәш) |
Росляков Андрей Григорьевич (9 октябрь 1927 йыл — 24 декабрь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, ХДМИ ректоры (1972—1994), СССР МФА ағза-корреспонденты (1986), РМФА ағза-корреспонденты (1991), Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2014).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амур өлкәһе Тамбовка ауылында 1927 йылдың 9 октябрендә тыуған.
Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы.
1954 йылда Хабаровск дәүләт медицина институтын (хәҙер — Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты) һәм П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград институтын (ситтән тороп) тамамлай.
1954 йылдан алып — Хабаровск дәүләт медицина институтында эшләй, уның хирургия факультеты кафедраһында ординатор була (1954—1957), ассистент (1957—1964), шул уҡ кафедрала доцент, педиатрия факультеты деканы (1964—1972) һәм институты ректоры (1972—1994), ә 1994 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — профессор-консультант була
1963 йылда кандидатлыҡ, ә 1972 йылда — докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.
1986 йыл — СССР МФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.
1991 йыл — РМФА ағза-корреспонденты.
2014 йыл — Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.
2015 йылдың 24 декабрендә вафат була.
2019 йылдың сентябрендә университет бинаһында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла[1][2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилми тикшеренеүҙәре аҙыҡ эшкәртеү органдары системаһы патологияһын, эренле үпкә һәм плевра ауырыуҙарын, артериаль гипертонияны дауалау менән бәйле.
А. Г. Росляков етәкләгән кафедра симптоматик гипертонияны хирургик юл менән дауалау өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара: аритмия һәм йөрәк ауырыуҙарын, плевра һәм үпкә ауырыуҙары эренләүе, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын дауалау, анестезиология һәм реаниматология мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 3 монография: «Последствия обширной резекции кишечника» (1954), «К эпидемиологии рака желудка на Дальнем Востоке — регионе интенсивного освоения» (1984), «Неотложная релапаротомия» (1989)- яҙған.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1980)
- "Почет Билдәһе"ордены (1989)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1995)
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- АКДМУ почетлы профессоры
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Торжественное открытие мемориальной доски Андрею Григорьевичу Рослякову (1927–2015) (pdf). fesmu.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.(недоступная ссылка)
- ↑ Об увековечении памяти и установке мемориальной доски Рослякову Андрею Григорьевичу. Решение Хабаровской городской Думы Хабаровского края от 20 августа 2019 года № 1160 . docs.cntd.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "snoska1" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "snoska2" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Андрея Григорьевича Рослякова РФА рәсми сайтында
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1927 йылда тыуғандар
- 24 декабрҙә вафат булғандар
- 2015 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Совет-япон һуғышында ҡатнашыусылар
- Лесгафт исемендәге университетты тамамлаусылар
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Медицина фәндәре докторҙары