Эстәлеккә күсергә

Росомаха (йәштәр туризмы үҙәге)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Росомаха», Камчатка йәштәр туризмы үҙәге
Тип

шәхси эшҡыуар

Нигеҙләнгән

2009

Нигеҙләүсе

Мещанкин Александр Владимирович

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Камчатка крайы, Елизово районы, «Петропавловск-Камчатский — Елизово» юлынан 28 км алыҫлыҡта

Тармаҡ

Туристик бизнес

Операцион килем

2 537 200 руб. (2013)[1]

Килем

590 630 һум (2013)[1]

Хеҙмәткәрҙәр һаны

7 (2013)[1]

«Росомаха» Камчатка йәштәр туризмы үҙәге — социаль туризм проекты. Үҙәктең маҡсаты — бай булмаған кешеләрҙе, тәү сиратта йәштәрҙе Камчатка менән таныштырыу[2]. Проекттың нигеҙләүсеһе — Рәсәй дәүләт туризм һәм хеҙмәтләндереү университетында туризм кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Александр Мещанкин.

Проект Александр Мещанкиндың диссертацияһынан үҫә[2]. Диссертацияла ул йорт хужалыҡтарын социаль туризмға йәлеп итеү концепцияһы сығымдарҙы һәм хаҡтарҙы кәметергә булышлыҡ итеүен күрһәтә.

2009 йылда үҙ аҡсалары һәм кредит ресурстары ярҙамында Петропавловск-Камчатскийҙан алыҫ булмаған урында туристик үҙәктең тәүге бинаһын төҙөй. 2010 йылда Мещанкин Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү Камчатка крайы фондынан ҡунаҡ йортон йыһазландырыу өсөн грант ала. 2011 йылдан алып 2013 йылға тиклем социаль турҙарҙы субсидиялауға Камчатка крайы хөкүмәте менән яҡынса 10 млн. һум аҡса бүленә[1].

2011 йылда «Росомаха» Камчатка йәштәр туризмы үҙәге проекты өсөн Мещанкин «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды менән уҙғарылған «Социаль эшҡыуар-2011» бөтә Рәсәй конкурсының премияһы менән бүләкләнгән һәм биш йыл ваҡытҡа 1,5 млн. һум суммаға процентһыҙ займ ала. Был аҡсалар Камчатка тауҙарында махсуслаштырылған «Росомаха» туристик базаһын төҙөүгә йүнәлтелгән[3].

«Росомаха» Камчатка йәштәр туризмы үҙәге «50-гә 50» схемаһы буйынса эшләй: ҡунаҡтарҙың яртыһын йәштәр, пенсионерҙар, балалар менән ғаиләләр тәшкил итә, уларға путёвкалар льготалы хаҡтар менән һаталар; ә икенсе яртыһын хәлле (VIP һәм урта синыф) клиеттар тәшкил итә.

Туристарҙың социаль сегментына 30 процентлы ташлама ҡаралған[4].

«Росомаха» Камчатка йәштәр туризмы үҙәге төбәкте өйрәнеүсе студенттарға спонсорлыҡ ярҙамын тәҡдим итә[5].

Йәйен «Росомаха» Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән туристарҙы ҡабул итә, ә ҡышҡы миҙгелдә башлыса, тәбиғәт ҡосағында ял итергә теләгән, урындағы кешеләр килә. Бында йылына уртаса дүрт меңгә тиклем турист ял итә, уларҙың яртыһын «льготалылар» тәшкил итә[3]. 2014 йылда коляскала йөрөүсе кешеләр өсөн ҡулайлаштырылыған ҡунаҡ йортон төҙөү башлана[4].

  • 2011 йыл: Александр Мещанкин «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фондының «Социаль эшҡыуар» номинацияһындағы премия менән бүләкләнә[3][4]
  • 2012 йыл: II йыл һайын уҙғарылған «Йәй-2012» туристик продукттарҙың күргәҙмә-йәрминкәһенең дипломы[4]
  • 2013 йыл: VII Халыҡ-ара Intourmarket туристик күргәҙмәһенең сертификаты[4]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Благая, Яна, Глуховская, Анна. Социальный туризм как модель перспективного развития сервиса на примере Камчатского центра молодежного туризма «Росомаха», дипломная работа, РГУТиС, 2014
  2. 2,0 2,1 Гончарова, Юлия. Не нужен нам берег турецкий // Культура. — 2013. — 19 декабря
  3. 3,0 3,1 3,2 «Росомаха» возвращает заем 2015 йыл 30 май архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 [1] 2015 йыл 30 май архивланған. КЦМТ «Росомаха»: туры и гостиничные услуги
  5. Ходжаев, Руслан. Александр Мещанкин: «На Камчатке малый туристический бизнес может дать больше, чем крупные игроки» // Эксперт. — 2014. — 23−29 июня (№ 26). — С. 16−17