Ростов өлкәһенең В.М. Величкина исемендәге балалар китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ростов өлкәһенең В. М. Величкина исемендәге балалар китапханаһы
Адресы

Дондағы Ростов ҡалаһы

Нигеҙләнгән

12 июнь 1914

Фонд
Фонд күләме

Китапхана фонды 112 мең экз.

Хеҙмәтләндереү
Башҡа мәғлүмәт
-
Веб-сайт

http://www.rodb-v.ru Сайт библиотеки


Ростов өлкәһенең В. М. Величкина исемендәге балалар китапханаһы — Ростов өлкәһенең балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе хеҙмәтләндереүсе үҙәк китапханаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе телгә алыу 1914 йылдың 12 июненә ҡарай. Был көндө Дондағы Ростов ҡалаһында түләүһеҙ китапхана, уҡыу залы асыла. 1920 йылдан башлап китапхана билдәле табип, телсе, балалыҡ яҡлаусыһы, тәржемәсе, дәүләт эшмәкәре Величкина Вера Михайловна исемен йөрөтә. Китапхана янында 1920 йылда төрлө секциялар һәм түңәрәктәр эшләй башлай. Китапхана тормошонда әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булып китап уҡыусыларҙың Аркадий Петрович Гайдар менән осрашыуы тора. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Ростов ҡалаһы баҫып алынған ваҡытта (июль, 1942 — февраль, 1943) китапхана эшләмәй. Әммә 1941 йылда китапхана янында тимур командаһы ойошторола. Уның эше фронтҡа һәр төрлө ярҙам күрһәтеү һәм тылды нығытыуға йүнәлгән була. Ростов ҡалаһын фашистар баҫып алған осорҙа китап фондын һаҡлап ҡала алалар. 1954 йылдан китапхана өлкә китапхана статусына эйә. Был уның бурыстарын арттыра. Хәҙер ул өлкәнең балалар менән эшләүсе китапханаларының методик үҙәге булып тора. Ә 1958 йылда китапхана Краснодон ҡалаһының «Йәш гвардия» музейы менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. 1959 йылда китапхана яңы урынға күсә. 1960—1970 йылдарҙа китапхана янында «Отҡорҙар турниры» эшләй һәм үткәрелә. 1965 йылда «Дон эҙәрмәндәре отряды» эшмәкәрлеге һиҙелерлек була. Уның ағзалары башҡа ҡалаларҙағы балалар менән хат алыша. 1970—1980 йылдарҙа китапхана өлкә телевидениеһы менән тығыҙ бәйләнештә була, «Һинең китап кәштәң» тигән телетапшырыу алып бара.

Китапханасылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылда китапханаға Татьяна Ксенофонтовна Молодцова килә һәм 35 йыл дауамында китапхананың алмашһыҙ мөдире булып эшләй. 1920 йылдан китапханала ике китапханасы эшләй — абонементта һәм уҡыу залында.

Бөгөнгөһө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөн китапхана — өлкәләге иң ҙур, иң яҡшы әҙәби, фәнни-танып белеү, белешмә китап баҫмалары, шулай уҡ гәзит, журналдар, балалар өсөн аудиовизуаль һәм электрон документтар йыйылмаһы. Йыл һайын китапханаға 8,5 мең китап уҡыусы йөрөй, уларға 250 мең дана документ бирелә. Китапхана фонды 112 мең тәшкил итә. Китапхана хеҙмәткәрҙәре төҙөгән электрон база күләме 103,4 меңдән артыҡ яҙма туплай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]