Рудь (Молдавия)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рудь
Рәсем
Дәүләт  Молдова
Административ-территориаль берәмек Сорокский район[d]
Халыҡ һаны 1008 кеше (2014)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 240 метр
Почта индексы MD-5133
Иң тәүге яҙма ваҡыты 18 март 1494[2]
Урындағы телефон коды 230
Карта
 Рудь Викимилектә

Рудь (молд. Rudi) — Молдавияның Сороки районындағы ауыл. Коммуна ойоштормаған ауылдарға ҡарай[3].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл диңгеҙ кимәленән 239 метр бейеклектә урынлашҡан[4]

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Рудь ауылында 1118 кеше йәшәй (508 ир-егет, 610 ҡатын-ҡыҙ)[5]

Ауылдың этник составы[6]:

Милләте Халыҡ һаны Процент составы
молдавандар 1052 94.1
украиндар 34 3.04
урыҫтар 25 2.24
румындар 3 0.27
башҡалар 4 0.36
Барыһы 1118 100%

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дуга Струве пункты, Рудь ауылы, Молдова

Рудь ауылында тарихҡаса тиклемге үткәндәрҙең билдәләре менән мәмерйә, пейзажлы ҡурсаулыҡ, антик оборона нығытмалары (б.э. тиклем IV—III быуат), ике түңәрәк ер ҡәлғәһе (IX—XII бб.) — «Төрөк тәрилкә» һәм «Германарий», ҡатын-ҡыҙҙар монастыры урынлашҡан. Рудь ауылы монастыры Молдавияла иң боронғоларҙан һанала. Ауылда шулай уҡ 1777 йылда төҙөлгән изге Троица сиркәүе урынлашҡан. Ул иҫке молдаван архитектура стиленең сағыу өлгөһө булып тора.

Рудь ауылы аша Дуга Струве үтә, ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инә. Элек Молдавияла 27 тороулыҡ нөктәһе була, улар аша халыҡ-ара карталарҙы төҙөү өсөн үлсәүҙәр үткәрелә. Әлеге ваҡытта илдә нөктә тик Рудь ауылында ғына ҡала. Ул алма баҡсаһында, Сороки—Отачь автотрассаһынан 300 метр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Перепись населения Молдавии (2014) — 2017.
  2. Ladaniuc V., Țopa T. G. Localitățile Republicii Moldova: itinerar documentar-publicistic ilustrat. Volumul 11: R-Sa (рум.)Chișinău: Draghiștea, 2013. — Б. 370. — 548 с. — ISBN 978-9975-4459-5-5
  3. Ҡалып:Источник:Классификатор административно-территориальных единиц Республики Молдова
  4. Ҡалып:Высота над уровнем моря (SRTM)
  5. Ҡалып:Источник:Результаты переписи населения Молдавии 2004 года
  6. Ҡалып:Источник:Результаты переписи населения Молдавии 2004 года