Румынияла 2007 йылғы референдум
2007 йылда Румынияла Траян Бэсескуны Президент вазифаһынан бушатыу тураһында референдум үткәрелде.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007 йылдың 12 февралендә Социаль-Демократ Фирҡәһе (рум. Partidul Social Democrat) депутаттарының инициатив төркөмө Румынияның Конституция судына Траян әфәнде Бэсескуға импичмент тураһында дәғүә яҙҙы. 27 февралдә импичмент Румыния Парламенты тарафынан раҫланған. Парламент ағзаларының 258-е риза, 76-һы ҡаршы булды, ә 21-ы икеләнгән.
Румыния конституцияһы буйынса, парламент тарафынан раҫланғандан һуң, импичмент халыҡ тарафынан, йәғни референдум аша, раҫланырға тейеш. Шуның өсөн, 2007 йылдың 19 майында Траян әфәнде Басескуны Президент вазифаһынан бушатыу тураһында референдум ойошторолдо.
Һорау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Референдумда тауыш биреүселәргә ошо һорау бирелде:
Sunteţi de acord cu demiterea Preşedintelui României, domnul Traian Băsescu?
йәғни башҡортса:
Һеҙ Траян әфәнде Бэсескуны Румыния Президенты вазифаһынан бушатырға ризамы?
Референдум һөҙөмтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вариант | Тауыштар һаны | % |
---|---|---|
Юҡ | 6,059,315 | 74.48 |
Эйе | 2,013,099 | 24.75 |
Яраҡһыҙ бюллетендәр | 62,858 | 0.77 |
Барыһы ла | 8,135,272 | 100.00 |
Тауыш бирә алған кешеләр һаны (уларҙан 44,45 % тауыш биргән) | 18,301,309 | |
Сығанаҡ: Румыния Һайлау Комиссияһының рәсми белдереүе |