Румын әҙәбиәте
Румын әҙәбиәте (рум. Literatura românăLiteratura română) ХVI быуат башында румын теле яҙмаһы менән бергә тыуа. Барлыҡҡа килеүенең төрлө баҫҡыстарында ул сиркәү-славян, грек, поляк, рус, француз һәм совет йоғонтоларын кисерә. XXI быуат башына ул бөтә жанрҙарҙы файҙаланған алға киткән милли әҙәбиәт булып аяҡ баҫа.
Фольклор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Румын әҙәбиәтенең иң ҡиммәтле һәм боронғо сығанағы булып ауыҙ-тел ижады — былиналар, әкиәттәр, йырҙар (doine, basme, cântece) тора. Әммә ауыҙ-тел ижады XIX быуат дауамында ғына әҙәби кәүҙәләнеш ала:
- дойналар
- «Миори́ца»
- «Ма́стер Мано́ле» («Монастырь А́рджеша»)
- тылсымлы героик әкиәттәр (шәп егет Фэт-Фрумос, һылыу Иляна Косынзяна, Ла́ур Бала́ур йылан)
- сатирик әкиәттәр һәм көләмәстәр (хәйләкәр алйоттар Пэка́лэ менән Тында́лэ)
Тамырҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Румын телендә һаҡланған иң боронғо документ — Кымпулу́нгта йәшәгән Някшу тигән кешенең Брашо́втағы Ханс Бенкнерға хаты. Был хат 1521 йылға ҡарай һәм, башҡа боронғо румын документтары кеүек үк, кириллица менән яҙылған, сиркәү-славян телендәге өлөштәре лә бар.
Тәүге баҫма китап сиркәү-славян телендә сыға: Макарийҙың литургия йыйынтығы (1508 йыл), ә румын телендә сыҡҡан беренсе баҫма китап һаҡланмаған, ул — 1544 йылда баҫылған «Сибúўский Катехизис». XVII быуатта грек һәм сиркәү-славян телдәренән башҡа тәржемәләр ҙә баҫыла. Беҙгә билдәле иң боронғо румын шиғырҙарының авторы Молдаван Дософте́й (Досифе́й) әҫәрҙәре 1673 йылда Польшала нәшер ителгән.
XVI быуаттың икенсе яртыһында Библияны румын телендә сығарыу буйынса тәүге тәжрибә була: 1582 йылда дьякон Шерба́н менән дьяк Марье́н Иҫке Ғәһедтең тәүге китаптарын нәшер итә. Уларҙы, Библияның венгр тәржемәләренә сағыштырып, епископ Михаи́л Торда́шь тәржемә иткән була.
Румын телендәге тулы Библия XVII быуат аҙағында ғына сыға. Бухарест эргәһендәге Снагов монастыры монахтары Бухарест Библияһын тәржемә итеп нәшерләй (1688 йыл).
Ренессанс гуманизмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молдовала Ренессанс гуманизмы поляк йоғонтоһо аҫтында XVII быуатта ярала. Уның иң сағыу вәкиле Миро́н Кости́н Молдованың хроникаһын яҙа. Уға тиклем Григо́ре Уре́ке һәм Ио́н Неку́лче хроникалары була. Икенсе бер гуманист — Дими́трие Кантеми́р Молдованың, Валахияның һәм Ғосман империяһының тарихын яҙа. Ул художестволы әҫәрҙәр ҙә ижад итә: «Диван», «Иероглифическая история». Улы Антиох Катемир беренсе классицист була. Константин Брынковяну тигән мәғрифәтсе-домнитор төрөктәр тарафынан үлтерелә.
Ғосман империяһының ҡолауы һәм фанариоттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатта румын ерҙәре Ғосман империяһына буйһона. Ғосмандар домнитор итеп ерле баярҙарҙы түгел, ә грек сауҙагәрҙәрен, йәғни фанариоттарҙы, тәғәйенләй.
Шулай итеп, румын әҙәбиәтенә грек мәҙәниәте йоғонтоһо башлана.
Шулай ҙа румын яҙыусыларының артабанғы быуынын Европа Мәғрифәтлеге илһамландыра. Был быуын вәкилдәре: Гео́рге Аса́ки, Ио́н Буда́й Деляну и Дини́ку Голе́ску.
Милли уяныу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европалағы милли-азатлыҡ кәйефтәре румындарға ла күсә. Улар үҙ дәүләтен төҙөргә теләй. Күп румын яҙыусылары милли хәрәкәткә ҡушыла, 1821 һәм 1848 йылдарҙағы инҡилаптарҙа ҡатнаша.
Францияла, Италияла, Германияла белем алған румындар француз мәҙәниәтен, немец философияһын эйәртеп алып ҡайта, был румын әҙәбиәтенә грек һәм көнсығыш йоғонтолары кәметә. Ио́н Хелиа́де Рэдуле́ску румын телендә беренсе ваҡытлы матбуғат баҫмаһын аса, Филармония йәмғиәтен ойоштора.
Никола́е Бэлче́ску тәүге тарихи монографияны яҙа, Але́ку Рýссо — прозала «Воспевание Румынии» тигән патриотик поэмаһын, ә Димúтрие Болинтин Яну тарихи легендаларын ижад итә. Ул Панта́ци Гúка, В. А. Уре́кя менән бергәләп романға нигеҙ һала. Никола́е Филимо́н — беренсе реалистик романды, Б. П. Хашде́у — шиғырға һалынған романтик драманы, Алекса́ндру Одобе́ску тарихи новелла һәм эссе яҙа.
Быуаттың әһәмиәтле яҙыусылары — Васúле Александри менән Миха́й Эмине́ску. Александри румын әҙәбиәтен төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр менән байыта. Эмине́ску билдәле румын шағиры булып таныла.
Һуғыштар араһындағы һәм һуғыштан һуңғы осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдағы милли берләшеүҙән һуң румын әҙәбиәтенең алтын быуаты башлана. Ливиу Ребрянуның «Восстание» (1932), «Лес повешенных» (1922) тигән романдары ижад ителә. Модернистик романға башланғысты Горте́нзия Папада́т Бендже́ску («Концерт из произведений Баха»), Камúлл Петре́ску («Последняя ночь любви, первая ночь войны») кеүек яҙыусылар һала. Чезар Петреску (1892—1961) үҙенең романдарында социаль-этик проблемаларҙы һүрәтләй. Уның «Затмение» тигән әҫәре (1927, руссаға тәржемәһе — «Крушение», 1963) Беренсе донъя һуғышын кисергән кешеләрҙең яҙмышын тасуирлай. Петреску йәнә — «1907» (1938—1943) тигән трилогияның һәм «Люди вчерашнего, сегодняшнего и завтрашнего дня» (1955) тигән романдың авторы. Джео́рдже Кэлине́ску роман, драма жанрҙарында эшләй, ул шағир, тарихсы һәм әҙәби тәнҡитсе, эссесы һәм журналист була. Джео́рдже Кэлине́ску — Румын әҙәбиәте тарихы авторы. Билдәле яҙыусылар иҫәбенә шулай уҡ Михаил Садовяну, Тýдор Арге́зи, Лучиа́н Бла́га, Мúрча Елиа́де, Джео́рдже Бако́вия, Ио́н Ба́рбу, Васúле Войкуле́ску, Камил Петреску һәм башҡалар инә. Һуғыштан һуңғы осорҙоң әһәмиәтле яҙыусылары һәм шағирҙары — Марúн Пре́да, Никита Стэнеску, Марин Сореску, Ана Бландиана, Иоан Александру, Никуцэ Тэнасе, Вероника Порумбаку, Октав Панку-Яш.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Встреча: Из современной румынской прозы. Пер. с рум. Сост. С.Флоринцевой. Предисл. Кирилла Ковальджи. М.: Известия, 1988.- 224 с.
- Румынская народная поэзия. Пер. с румын. М. Худ. Лит. 1987. 239 с.
- Современная румынская пьеса. Библиотека литературы Социалистической Республики Румынии. Москва. Искусство 1981. — 759 с.
- Современный румынский детектив. М. Радуга. 1990.- 496 с
- Румынско-русские литературные связи второй половины XIX — начала XX века. Ред. И. И. Анисимов и др. М., 1964.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Румынская поэзия в оригинале и переводах на другие языки
- Румынская литература (рум.)(рум.)
- Национальный музей румынской литературы 2003 йыл 18 февраль архивланған.
- Румын әҙәбиәте — 1929—1939 йылғы Әҙәби энциклопедиянан мәҡәлә (автор — Арборе-Ралли)