Рустави Сиони сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рустави Сиони сиркәүе
Карта
 Рустави Сиони сиркәүе Викимилектә

Рустави сиркәүе (груз. ყოვლადწმინდა ღვთისმშობლის მიძინების სახელობის ტაძარი), Рустави Сиони булараҡ киң билдәле (груз. რუსთავის სიონი) Грузияла Рустави ҡалаһында грузин православ сиркәүе. Ул 2000 һәм 2011 йылдар араһында төҙөлгән. Проектын Бесарион Менабде, Николоз Абашидзе и Николос Дадиани башҡарған. Төҙөлөш эштәрен Темур Буркиашвили етәкләгән[1].

Рустави Сиони сиркәүен 2011 йылдың 27 авгусында архиепископ Марнеули изгеләндерә. Икенсе көндө Рустави Сиониҙа беренсе сиркәү ғибәҙәттәре үткәрелә[2].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Планында грек тәреһе формаһында төҙөлгән сиркәүҙән көнсығышҡа табан өс апсида урынлашҡан. Сиркәүҙең төп корпусы ярым түңәрәк галерея менән уратып алынған. Сиркәүҙең оҙонлоғо 19 метр[3]. Рустави Сиони сиркәүе 11 һәм 12 быуаттағы башҡа грузин сиркәүҙәре өлгөһөндә эшләнгән. Ул Никоцминда, Каджи сиркәүҙәрен хәтерләтә. Хатта диуарҙарындағы биҙәктәр төрлө сиркәүҙәрҙән традицион урта быуат грузин биҙәүестәренән алынған. Рустави Сиони сиркәүе таш плиталар менән ҡапланған.

Рустави сиркәүен төҙөгәндә бер ниндәй ҙә заманса технология ҡулланылмай, сөнки төҙөлөш материалы булып таш һәм иретмә генә ҡулланыла. Боронғо йола буйынса эзбизташ иретмәһе йомортҡа һарыһын ҡулланып әҙерләнә. Архитекторҙарҙың һүҙҙәре буйынса эзбизташ иретмәһенең ныҡлығы арта һәм бина быуаттар буйына һаҡлана[4]. Рустави Сиони сиркәүе күп быуаттар үткәндән һуң традицион алымдар ҡулланып төҙөлгән беренсе грузин сиркәүе.

Сиркәү төҙөлөшө 2000 йылда башлана. Сиркәү төҙөлөшөндә ҡулланылған таштарҙы Мцхета янындағы Ницчбисси ауылынан ташыйҙар. Был таштар шулай уҡ Светичовели соборын һәм Анчишати базиликаһын төҙөгәндә ҡулланыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Contemporary Georgian Ecclesiastical Art, Tbilisi, 2009, ISBN 978-9941020377 (Georgian and English)
  2. «Betlehem», Rustavi Sioni 2012 йыл 25 апрель архивланған.
  3. 3,0 3,1 Rustawier Sioni-Kirche
  4. Rustawier Sioni-Kirche