Рутткаи Ева
Рутткаи Ева | |
мадьярса Ruttkai Éva | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө |
27 сентябрь 1986[1][2] (58 йәш) |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Рутткаи Ева Викимилектә | |
Ева Ру́тткаи (мадьярса Ruttkai Éva, 31 декабрь 1927, Будапешт, Венгрия 27 сентябрь 1986, Будапешт, Венгрия) — венгр актрисаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ева Рутткаи (тыуған саҡтағы исеме — Ева Рушш) 1927 йылдың 31 декабрендә Будапештта тыуған. Ева ғаиләлә алтынсы бала була, әммә ул үҙе һәм уның ағалары Иван[hu] һәм Отто[hu] ғына бәлиғ йәшенә еткәндәр. Ғаилә ауырлыҡ менән аҡса эшләй, һәм уның ике ағаһы актёрҙар — театр балалары булып эшләй. Ева ике йәшендә уларға ҡушылып эшләй башлай. Ағаһы Иван менән бергә Будапешт ҡалаһындағы Комедия театрында, һуңынан Артур Лакнерҙың балалар театрында эшләй. Унда ул билдәле венгр актёрҙары Лили Дарваш һәм Артур Шомлаи менән осраша.
Комедия театры директоры Даниэль Йоб уға иғтибар итә, һәм ул 16 йәшендә театр менән контракт төҙөй. Комедия театрында Ева Рутткаи, 1948 йылдан 1951 йылға тиклемге ҡыҫҡа осорҙан тыш, ул 1986 йылда вафат булғанға тиклем Милли театрҙа эшләй.
В 1948—1986 йылдарҙа 50-нән ашыу нәфис фильмда, шулай уҡ өс тиҫтәгә яҡын фильмда, телевизион фильмдарҙа һәм телеспектаклдәрҙә төшә.
Һуңғы тапҡыр сәхнәгә сыҡҡандан һуң ярты йыл үткәс, Ева Рутткаи 1986 йылдың 27 сентябрендә вафат була. Будапешттағы Фаркашрети ҡәберлегендә ерләнгән.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Театрҙағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ева Рутткаиҙың профессиональ театр актрисаһы булараҡ 1945 йылда Комедия театрында («Вигсинхаз») Эмили ролендә (Т. Уайлдер буйынса «Наш городок») дебюты була. Актрисаға иң элек лирик ролдәре билдәлелек килтерә, улар араһында Луиза (Ф. Шиллер «Коварство и любовь»), Роксана (Э. Ростан «Сирано де Бержерак»), Наташа (П. Павленконың «Бәхет» романын сәхнәләштереү).
Характерлы тышҡы ҡиәфәте, нәфислеге, эске бүтәнсә кәүҙәләндерелеү (перевоплощение) тәрәнлеге Ева Рутткаиға Наташа Ростова (Л. Толстой «Война и мир») һәм Джульетта (У. Шекспир «Ромео и Джульетта»), шулай уҡ Мэгги (Уильямс Теннесси «Кошка на раскалённой крыше» йәки Зилия (Енё Хельтаи «Немой рыцарь»), шулай уҡ Ф. Молнарҙың мыҫҡыллы көлөүгә ҡоролған комедияһы геройҙары) кеүек образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә
Яҡты темперамент, оҫта итеп бүтәнсә кәүҙәләндереү оҫталығы, киң актёрлыҡ диапазоны — Ева Рутткаиҙың сағыу драматик һәләтенең төп һыҙаттары.
Кинолағы ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Актрисаның был сифаттары кино экранында ла тулыһынса сағыла. Ева Рутткаиға кинола характерлы һәм комедиялы ролдәр башҡарыуы Венгрияла ғына түгел, унан ситтә дан һәм популярлыҡ килтерә. Уларҙың иң сағыуҙары — «Кружка пива» фильмында Юлика (1955), Вика («В полночь», 1957), «Минең ахмаҡлыҡ тарихы» (1965) комедияһында Катя, «Фальшивая Изабелла» (1968) детективында уҡытыусы Марта Вег, «Синдбад» (1971) фильмында Ленка ролдәре.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылда Ева Рутткаи Милли театр актёры Миклош Габорға кейәүгә сыға, 1952 йылда уларҙың Юлия Габор (Gábor Júlia) исемле ҡыҙы тыуа.
1960 йылда Мишкольцта Павел Когоуттың «Такая любовь» пьеса репетицияһында Ева Рутткаи күренекле венгр актёры Золтан Латинович менән осраша һәм уға ғашиҡ була. 1976 йылда Латиновичтың вафатына тиклем уның менән бергә йәшәй.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1934 — Лиловая акация / Lila akác
- 1947 — Осада Бестерце / Beszterce ostroma (Ancsura)
- 1949 — Матьи Лудаш / Lúdas Matyi (Gyöngyi — Döbrögy lánya)
- 1949 — Сабо / Szabóné
- 1950 — Счастье Каталины Киш / Kis Katalin házassága (Vilcsi)
- 1950 — Странный брак / Különös házasság (Katica)
- 1951 — Ненужная месть / A selejt bosszúja (Manci)
- 1954 — Я и мой дедушка / Én és a nagyapám (Margit néni)
- 1955 — Лилиомфи / Liliomfi (Erzsi)
- 1955 — Будапештская весна / Budapesti tavasz
- 1955 — Кружка пива / Egy pikoló világos (Cséri Juli)
- 1955 — Особая примета / Különös ismertetöjel (Eszti)
- 1956 — Праздничный ужин / Ünnepi vacsora (Klári)
- 1956 — Горькая правда / Keserü igazság (Klári)
- 1957 — По приказу императора / A császár parancsára (Lotte)
- 1957 — Сказка о 12 очках / Mese a 12 találatról (Kató, tornatanárnõ)
- 1957 — В полночь / Éjfélkor (Dekany Viktoria)
- 1958 — Egyiptomi útijegyzetek (Narrátor)
- 1958 — Соляной столб / Sóbálvány (Elzi)
- 1958 — Что за ночь! / Micsoda éjszaka! (Vera)
- 1958 — Домашняя обувь / Papucs (Júlia)
- 1958 — Idegen utcában (Judit)
- 1959 — Меч и кости / Kard és kocka (Jozefa)
- 1959 — Бессонные годы / Álmatlan évek (Vilma)
- 1960 — Осмелюсь доложить / Alázatosan jelentem (Anna)
- 1960 — Безликий город / Az arc nélküli város (Vali, Galetta felesége)
- 1960 — Три звезды / Három csillag (Mari)
- 1961 — Автор сегодня умрет / A szerzö ma meghal
- 1962 — Пока не наступит завтра / Amíg holnap lesz (Szabó Viola)
- 1962 — Воскресенье в будний день / Pirosbetűs hétköznapok (Klement Klára)
- 1962 — Последний ужин / Az utolsó vacsora (Jesszi)
- 1963 — Фото Хабера/Fotó Háber (Ани Барабаш)
- 1963 — Женщина в посёлке / Asszony a telepen (Éva, özvegy Szekeresné)
- 1965 — История моей глупости/Butaságom története (Кати)
- 1967 — Венгерский набоб/ Egy magyar nábob (Флора Эсеки)
- 1967 (1966) — Судьба Золтана Карпати/Kárpáthy Zoltán (Флора Сент-Ирмаи)
- 1967 (1966) — Лиха беда начало/Minden kezdet nehéz
- 1967 (1966) — Légy ügyes a szerelemben! (Araminte)
- 1967 — Крестины/Keresztelö (Dóra)
- 1967 — Мумия вмешивается/A múmia közbeszól (Françoise Chantal / Hidegarcú Hölgy)
- 1967 (1968) — Карточный домик/Kártyavár (Zizi)
- 1967 (1968) — Этюд о женщинах/Tanulmány a nökröl (Éva, Balogh felesége)
- 1968 — Звёзды Эгера/Egri csillagok (королева Изабелла Ягеллонка)
- 1968 — Рыцари «Золотой перчатки»/Az aranykesztyü lovagjai (мини-сериал, Миссис Гаррисон)
- 1968 — Фальшивая Изабелла/A hamis Izabella (учительница Марта Вег)
- 1968 — Кира Георгиевна/Kira Georgievna (Kira Georgievna)
- 1968 (1969) — Альфа-Ромео и Джульетта/Alfa Romeó és Júlia (Dr. Szabó Júlia)
- 1968 (1969) — Путешествие вокруг моего черепа/Utazás a koponyám körül (Karinthy felesége)
- 1968 (1969) — Комедия на крыше/Komédia a tetön (Klári)
- 1968 (1969) — Я, Ференц Пренн/Én, Prenn Ferenc (мини-сериал)
- 1968 (1969) — Минувшее лето/Régi nyár (Mária Koháry, actress)
- 1971 (1970) — История и частная жизнь/Történelmi magánügyek (Terényi Mária)
- 1971 (1970) — Только один телефонный звонок/Csak egy telefon (Ágostonné, Éva)
- 1971 (1970) — Музыкальный телетеатр/Zenés TV színház (сериал, Böske)
- 1971 (1974) — Синдбад/Szindbád (Ленке)
- 1971 (1975) — Когда придет Йожеф/Ha megjön József (Ágnes, József anyja)
- 1971 (1975) — Учёные женщины/Tudós nök (Philaminte)
- 1967 (1976) — Лабиринт/Labirintus (Mara, színésznõ / Anna)
- 1986 — Фантастическая тётушка/A fantasztikus nagynéni (Амалия)
- 1986 (1988) — Миссия в Эвиан/Küldetés Evianba (Selma Selig)
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Венгрия Халыҡ Республикаһының атҡаҙанған артисы — 1966 йыл
- Венгрия Халыҡ Республикаһының халыҡ артисы — 1971 йыл
- Лайош Кошут исемендәге милли премияһының 2-се дәрәжә лауреаты — 1960 йыл
- Мари Ясаи исемендәге премияһының ике тапҡыр лауреаты— 1955 һәм 1959 йыл
- Венгрия профсоюздарының милли советы (Szakszervezetek Országos Tanácsa) премияһы лауреаты — 1984 йыл
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 22. Ремень — Сафи. 1975. 628 стр., илл.; 37 л. илл. и карт. Статья «Ева Руткаи».
- Руткаи Ева — статья из Большой советской энциклопедии.
- Иштван Немешкюрти. История венгерского кино (1896—1966). М.- Искусство. 1969.
- Гершкович А., Театральный Будапешт, М., 1961.