Эстәлеккә күсергә

Рәсәйҙә 1916 һәм 1917 йылдарҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәйҙә 1916 һәм 1917 йылдарҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Файл:Cover AgroCensus1917 v5b2.jpg
1917 йылғы халыҡ һәм хужалыҡ иҫәбен алыу баҫмаһы томдарының береһенең тышы

1916 һәм 1917 йылдарҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу — Рәсәй империяһының һуңғы йылдарында игенселек министрлығы земстволар ярҙамында тормошҡа ашырған агросәнәғәт секторы иҡтисадының торошо тураһында мәғлүмәттәр йыйыу буйынса ватан статистикаһы саралары. ауыл хужалығы иҫәбе, ул уңында декабрендә үткәрелә. 1915 йылдың декабрендә үткәрелергә тейеш булған ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек 1913 йылда башлана. XX быуат башы Рәсәйенең социаль-иҡтисади тарихы сығанағы булараҡ, был иҫәп алыуҙар фәҡәт фрагментар картина ғына бирә: 1914 йылдың авгусында башланған Беренсе донъя һуғышы шарттарында үткәрелгәнлектән, бөтә Рәсәй күләмендә тәүҙә планлаштырылған күләмдә тулыһынса бөтә мәғлүмәттәрҙе йыйыу мөмкин булмай[1][2].

1916 йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙыҡ-түлек эше тураһында фекер алышыу һәм сараларҙы берләштереү буйынса Махсус кәңәшмә ҡарарына ярашлы, Игенселек Министры бойороғо менән, 1916 йылда Беренсе бөтә рәсәй ауыл хужалығы иҫәбе үткәрелә.

Ауыл хужалығы менән бәйле халыҡ иҫәбен алыу был иҫәп алыу эшенең туранан-тура бурысы булып тора. Шуға күрә лә ҡала халҡы иҫәбе алынмай, тимер юл һыҙаты, шулай уҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнмәгән халыҡ та иҫәпкә алынмай, ситләштерелә.

Халыҡ иҫәбен алыу 1916 йылдың май-июлендә үткәрелә һәм Рәсәйҙең Европа һәм Азия биләмәләрендәге 77 губернаһын, йәғни, дошман баҫып алған райондарынан башҡа (бөтә Гродно, Ковен, Холм губерналары һәм Вильно, Волынь, Курлянд, Минск һәм башҡа губерналар), империяның бөтөн биләмәләрен дә, Кавказдың дүрт өлкәһе (Батуми, Дағстан, Кар һәм Кавказ аръяғы округы) һәм Себерҙең төньяҡ-көнсығышындағы ике өлкәһе (Камчатка һәм Якут) солғап ала.

Күп кенә губерналарҙа айырым күрһәткестәр буйынса мәғлүмәт тупланмай ҡала. Мәҫәлән, крәҫтиән хужалыҡтарында 1915 һәм 1916 йылдар буйынса мәғлүмәт хужалыҡтарҙың дөйөм иҫәбенән тик 5 % ғына иҫәпкә ала. Шуларҙан хужалыҡтарҙың тик 2%-да ғына фураж һәм аҙыҡ-түлектең килем-сығымы иҫәпкә алына.[1]

1916 йылдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса һигеҙ иҫәп алыу формуляры булдырыла:

  1. бөтә даими хужалыҡтарҙа, хеҙмәтселәрҙе, мал-тыуарҙы һәм сәсеүлектәрҙе индереп, ундағы халыҡтың дөйөм һанын тикшереү;
  2. 1915 йылда 3 % крәҫтиән хужалыҡтарында һайланған тикшереү өсөн, 1-се форманың бөтә мәғлүмәттәре буйынса мал һәм сәсеүлектәрҙе өҫтәп теркәү;
  3. 2 % крәҫтиән хужалыҡтарында һайланған тикшереү өсөн, 1-се һәм 2-се формалар буйынса аҙыҡ-түлек һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын теркәүҙең килем-сығымдарын һәм шәкәр һәм тоҙ һәм ҡулланыуҙы иҫәпкә алыуҙы өҫтәп теркәү;
  4. ялсы хеҙмәте ҡулланған биләмә ерҙәр хужалығында халыҡ, малы, алдағы ике йылдың сәсеүе, 1915 йылда йыйған икмәк уңышы һәм 1915 йылдың яҙына ауыл хужалығы продукттары запасын тикшереү;
  5. аҙыҡ-түлек һатыу һәм һатып алыу урындары, сәсеү ҡуйылығы һ. б. тураһында мәғлүмәте булған биләмә (поселенный) бланкыһы;
  6. һәр ауылда йорт хужаһы исемлеге (теркәлгән, сит-ят һәм ваҡытлыса тороусы);
  7. тораҡ урындарының дөйөм исемлеге;
  8. көтөү ҡыуысылар (гуртовщик) ҡулында булған малдың тотош иҫәбен алыу өсөн.

Иҫәп алғанда: хужалыҡ һаны; ауыл халҡының һаны; мал һаны, уларҙың енесе һәм йәш төркөмө; сәсеү майҙандары күләме; аҙыҡ-түлек һәм фураж культуралары запасы теркәлә.[1]

1916 йылғы иҫәп баҫмаларында бөтә хужалыҡтар: 1) крәҫтиән тибындағы хужалыҡтар 2) биләмә тибындағы хужалыҡтарға бүленә.

1917 йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда Рәсәйҙә ауыл хужалығы, ер һәм ҡала халыҡ иҫәбе үткәрелә. Иҫәп алыуҙы үткәреүҙең сәбәбе булып, аҙыҡ-түлек кампанияһы ихтыяжы өсөн 1916 йылдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен яңыртыу, шулай уҡ буласаҡ аграр реформа алдынан ер биләү һәм ер менән файҙаланыуға бәйле аныҡ мәғлүмәт ихтыяжы торған. Иҫәп алыу 1917 йылдың майынан октябренә тиклем үткәрелә.

Аҙыҡ-түлек буйынса Махсус кәңәшмәнең эштәре Идаралығы янында Халыҡ иҫәбен алыу бүлеге булдырған Халыҡ иҫәбен алыу программаһы 1917 йылдың 18-21 апрелендә Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Рәсәй земство статистиктары съезында раҫланған. 1917 йылдың июнендә Халыҡ иҫәбен алыу бүлеге иҫәп алыу материалдарын алдан ентекләп эшләү өсөн программалар һәм инструкциялар төҙөй һәм урындарға тарата.

1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа алты формуляр ҡулланыла:

  1. улус тораҡ урындары исемлеге;
  2. хужалар исемлеге;
  3. ихата карточкаһы;
  4. община бланкыһы;
  5. хосуси биләмә хужалыҡтарында ялсылар һәм хеҙмәтселәр;
  6. хосуси биләмә бланкыһы.

План буйынса, Финляндиянан һәм дошман биләгән территорияларҙан башҡа, ауыл хужалығы иҫәбен алыу илдең бөтә территорияһын солғап алырға тейеш була. 1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында урчындарҙа программаға үҙгәрештәр индерелә. 1917 йылдың яҙы һәм йәйе бөтә губерналарҙа тиерлек барған аграр хәрәкәт иҫәп алыуҙың дөрөҫ эшенә бер ни тиклем йоғонто яһай; ҡайһы бер урында мәғлүмәт алыу бөтөнләй мөмкин булмай, әммә бындай хәл күпселек осраҡта айырым ауылдарға һәм ихаталарға һәм бик һирәк тотош улустарға ҡағыла. Финляндиянан башҡа, дошман оккупациялаған губерналарҙа — Гродно, Ковен, Холм, Курлянд һәм Вильно, Волынь, Витебск, Минск һәм Лифлянд губерналарында ауыл хужалығы иҫәбе алынмай. Юлдарынан үтерлек булмаған ҡайһы бер райондарҙа: Урал өлкәһе, Бохара һәм Хиуа, шулай уҡ Себер, Приморье, Амур, Байкал апъяғы, Иркутск һәм Енисей губерналарында ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәрелмәй.

Губерналарҙа 1917 йылдың йәйендә башланған көслө аграр хәрәкәте арҡаһында, иҫәп менән солғанған бөтә объекттар, бигерәк тә хосуси биләмәләр, зыян күрә. Эште алып барыу ваҡытының оҙаҡҡа һуҙылыуы, шулай уҡ 1917 йылда етәксе һәм техник составтағы үҙгәрештәр йомғаҡ программаларының тулылығына һәм һәм уны үтәү берҙәмлегенә негатив йоғонто яһай. Шулай уҡ, 1916 йылдағы кеүек, был иҫәп алыу барышында ла, күмәк халыҡтың хужалыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы күҙәтелә, иҫәпләнмәй ҡалған ихаталар иҫәп объекттарының ҙур өлөшөн тәшкил итә[3]

1917 йылғы хужалыҡ иҫәбен алыу түбәндәге мәғлүмәтте: хужалыҡтар һаны; ғаилә составы; мал һаны һәм төрҙәре; культуралар буйынса сәсеү майҙандары күләме, ер майҙаны һәм файҙаланыуға яраҡлы ер биләмәләре; ерҙе, бүлем (надел), купчий һәм башҡа ер биләү формалары буйынса, бүленгән ерҙе биләү һәм ерҙе файҙаланыу үлсәмдәре; ерҙәрҙе ҡуртымға тапшырыу; ауыл хужалығы инвентары, сәнәғәт һәм сауҙа йорто булыуын теркәй[2].

Әгәр 1916 йылда бөтә крәҫтиән хужалыҡтары крәҫтиән һәм биләмә төрҙәренә бүленгән булһа, 1917 йылғы иҫәп алыуҙа «крәҫтиән хужалығы булмаған башҡа төрҙәр» тигән категория ҡушыла. Бүленеш нигеҙенә хеҙмәт принцибы һалына: бөтә хужалыҡтар, уларҙың ҙурлығына ҡарамай, тик үҙ көсө менән алып барылһа, крәҫтиән тибында; ялланған хеҙмәткә таянған хужалыҡтар — биләмә тибында тип ҡарала. Бер яҡтан, Үҙәк статистика комитеты һәм Игенселек министрлығы баҫмаларының күпселегенә хас булғанса, ҡатламдарға бүлеүгә ҡарағанда, классификацияның хеҙмәт принцибы дөрөҫөрәк була. Икенсе яҡтан — был 1916 һәм 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен алдағы йылдарҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән сағыштырыуҙы ҡатмарлаштыра.

Һөҙөмтәләрҙе баҫтырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылда ауыл хужалығы иҫәбе һөҙөмтәләрен баҫтырыу 1916—1917 йылдарҙа өс сығарылыш аша тормошҡа ашырыла.

  • Бөтә рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың яҡынса йомғаҡтары (Урындағы иҫәп алыу учреждениелары атҡарған иҫәпләүҙәр буйынса). Сығ. 1: Европа Рәсәйе. — Пг., 1916; Сығ. 2: Кавказ. — М., 1917; Сығ. 3: Дала крайы, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш

1917 йылдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләре 1919 йылда баҫыла башлай. 1921 йылда 52 губерна һәм өлкә буйынса йыйылма мәғлүмәт нәшер ителә. «Поуездные итоги Всероссийской сельскохозяйственной и земельной переписи по 57 губерниям и областям» тигән баш аҫтында иң тулы баҫма 1923 йылда тормошҡа ашырыла. 1921 йылғы баҫмала 106 күрһәткес, 1923 йылғы баҫмала 62 күрһәткес кенә була.

  • 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың өйәҙҙәр буйынса һөҙөмтәһе 57 губерна һәм өлкәләр буйынса // Үҙәк статистика идаралығы хеҙмәттәре. — 5-се том. — Сығ. 2. — М., 1923

1916—1917 йылдарҙағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышында йыйылған күп кенә мәғлүмәт эшкәртелмәй һәм йомғаҡлау баҫмаларына индерелмәй ҡала. Әммә улар индерелгән беренсел материалдар — ихата карточкалары — архивтарҙа ҡала. Новосибирск дәүләт университетында 1960-сы йылдарҙа Л. М. Горюшкин етәкселегендә Томск губернаһы буйынса шундай материалдарҙы эшкәртеү һәм баҫтырыу ойошторола. Әммә дөйөм алғанда, әлегә тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдары етерлек дәрәжәлә фәнни әйләнешкә индерелмәгән.

  1. 1,0 1,1 1,2 Перепись сельскохозяйственная 1916 года //Статистический словарь / Гл. ред. А. И. Ежов. — М.: Статистика, 1965 г. С. 414
  2. 2,0 2,1 Перепись сельскохозяйственная и поземельная 1917 года//Статистический словарь / Гл. ред. А. И. Ежов. — М.: Статистика, 1965 г. С. 414—415
  3. История сельскохозяйственных переписей в России 2015 йыл 9 июль архивланған. — Министерство Сельского хозяйства Челябинской области (www.chelagro.ru)
  • Попов, Павел Ильич
  • Сельскохозяйственная статистика в Российской империи
  • Всероссийская сельскохозяйственная перепись 1920 года