Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Был исемлектә | дәүләт наградаһы[d] |
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары |
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары — Ватанды һаҡлауҙа, Дәүләт төҙөлөшөндә, иҡтисадта, фәндә, мәҙәниәттә, сәнғәттә, тәрбиә эшендә, мәғарифта, граждандарҙың һаулығын, ғүмерен һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа, хәйриә эшмәкәрлегендә һәм дәүләт алдындағы башҡа ҙур ҡаҙаныштары өсөн граждандарҙы бүләкләүҙең юғары формаһы.
Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәте дәүләт наградаларына: Рәсәй Федерацияһының юғары исемдәрен, Рәсәй Федерацияһы ордендарын, Рәсәй Федерацияһының алдынғылыҡ билдәләрен, Рәсәй Федерацияһы миҙалдарын һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен ҡарата.
Рәсәй Федерацияһы президенты[1] дәүләт наградаларын раҫлай һәм бүләк итеп тапшыра. Дәүләт наградаларына Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит ил граждандары, шулай уҡ гражданлығы булмаған кешеләр лайыҡ була ала[2]. СССР-ҙың дәүләт наградалары, дәүләт наградалары тураһында Положениеға ярашлы, Рәсәй дәүләт наградалары тураһында норматив документтарҙың положениелары, Рәсәй Федерацияһы граждандарына ҡағыла.
Рәсәй Федерацияһының наградалар системаһы тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1992 йыл башынан, СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәй Федерацияһының үҙ аллы наградалар системаһы формалаша башлай. Бер нисә тапҡыр уның, совет наградалар системаһының бер нисә элементын һаҡлап, революцияға тиклемге Рәсәй наградалар системаһының билдәле бер күсәгилешлеге идеяһына нигеҙләнәсәге тураһында тезис иғлан ителә.
1992 йылдың 2 мартындағы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында» 2424-1-се һанлы Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумы Указы Рәсәй Федерацияһында наградалар тураһындағы тәүге хоҡуҡи акт булып тора[3]. 1992 йылдың 20 мартында Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы үҙенең 2557-I-се ҡарары менән ошо указды раҫланы[4].
Был указға ярашлы, РСФСР территорияһында, Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаһы статутына тура килтереп, элекке СССР-ҙың ҡайһы бер орден-миҙалдарын һаҡлап ҡалыу һәм бүләкләү өсөн файҙаланыу мөмкин тип һанала. Ошо указ менән тәҡдим ителгән СССР наградалары исемлеге: Суворов ордены, Ушаков ордены, Кутузов ордены, Нахимов ордены, Александр Невский ордены, Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены, шулай уҡ Ушаков миҙалы, Нахимов миҙалы, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «СССР-ҙың дәүләт сиген һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Хәрби берҙәмлекте нығытыу өсөн» миҙалы, «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалы, «Янғында күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы, «Һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы һәм башҡалар. Указға ярашлы шулай уҡ Рәсәйҙең «Святой Великомученик и Победоносец» хәрби орденын һәм ошо ордендың айырма билдәһен, "Георгиевский Крест"ы тергеҙергә тәҡдим ителде.
1992 йылдың 2 мартында юғарыла күрһәтелгән закон акттары сыға башлағандан алып, 1994 йылдың 2 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында»ғы 442-се указына тиклем һәм хатта һирәк осраҡта 1995 йылдың 25 майына тиклем («Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы), үрҙә һаналған наградалар бүләкләнергә тейешле Рәсәй граждандарына тапшырылған. Был осор Рәсәй Федерацияһының награда системаһында күсеү осоро тип иҫәпләнә.
1994 йылдың 2 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында»ғы 442-се указы ғәмәлгә ингәндән алып, хәҙерге наградалар системаһы булдырыла һәм раҫлана башланы[5].
1992 йылғы ошо указға ярашлы, элек раҫланған СССР наградалары өлөшләтә ҡалдырыла. Әммә яңы документтан сығып, 1992 йылдың указы менән сағыштырғанда Рәсәй Федерацияһы наградалары системаһында ҡайһы бер үҙгәрештәрҙе билдәләр кәрәк. Был указ менән күсеү осорондағы айырым наградалар юҡҡа сығарылды. Мәҫәлән, яңы указда ҡайһы бер: «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены, шулай уҡ «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән хеҙмәте өсөн», «Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн», «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәт өсөн», «Янғында күрһәткән батырлығы өсөн», «Һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдары кеүек бығаса раҫланған наградалар юҡ. Халыҡтар дуҫлығы ордены Дуҫлыҡ ордены менән алмаштырылды, «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены «Мужество» («Батырлыҡ») ордены менән алмаштырылды, «Йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса яҡшы хеҙмәт өсөн» миҙалы «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалына алмаштырылды. «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн», «Хәрби берҙәмлекте нығытҡан өсөн» һәм «Янғында күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалдары һуңынан РФ ведомство наградалары менән алмаштырыла.
1994 йылғы указ Рәсәй Федерацияһының награда системаһын тулыһынса тиерлек үҙгәртә. Яңы указ менән 1992 йылғы указда күрһәтелмәгән яңы наградалар ҙа барлыҡҡа килә. 1994 йылғы указға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән Святой апостол Андрей Первозванный ордены, «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Жуков ордены, Нестеров миҙалы һәм «За безупречную службу» («Намыҫлы хеҙмәте өсөн») отличие билдәһе индерелде.
1992 йылдың 20 мартындағы 2555-I һанлы Рәсәй Федерацияһы законы менән «Лётчик-космонавт Российской Федерации», «Заслуженный военный лётчик Российской Федерации» и «Заслуженный военный штурман Российской Федерации» («Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавты», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби лётчигы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби штурманы») тигән маҡтаулы исемдәр булдырылды. Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1341-се «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен билдәләү, маҡтаулы исемдәр тураһында положениеларҙы раҫлау һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәренә күкрәккә тағыла торған билдәне тасуирлау тураһында»ғы Указына ярашлы, РФ-та шулай уҡ төрлө маҡтаулы исемдәр булдырыла[6]. 1995 йылда Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен билдәләгән 1341-се указ ҡабул ителгәнгә тиклем Рәсәйҙә РСФСР-ҙың маҡтаулы исемдәрен билдәләү тураһында хоҡуҡи акттар эшләгән.
Шулай уҡ указ менән Рәсәй Федерацияһында ведомство һәм йәмәғәт наградаларын булдырыу рөхсәт ителде. Был пунктта былай тиелгән: «Федераль башҡарма власть органдары, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең ҡарарҙары менән хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереүҙең төрлө төрҙәрен, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһының һәм СССР-ҙың дәүләт наградалары менән оҡшашлыҡтары булмаған исемдәрҙе, күкрәккә таға торған билдәләрҙе, значоктарҙы, миҙалдарҙы, булдыра ала. Бындай дәртләндереү төрҙәрен билдәләү дәүләт наградалары буйынса комиссия һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт герольдияһы менән килешеү буйынса башҡарыла».
1994 йылдан һуң Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһының өҫтәмә дәүләт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрен индереү тураһында бер нисә президент указы үҙ көсөнә инде.
Рәсәй Федерацияһы награда системаһының күсеү осоро — 1992—1994 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-1 һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында»ғы Указына ярашлы үҙгәртелгән йәки заманса наградалар системаһына индерелмәгән дәүләт наградалары айырыла. Һуңғараҡ наградаларҙың бер өлөшө Рәсәйҙә ведомство наградалары сифатында төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар тарафынан индерелде.
2010 йылдың 7 сентябренән, Рәсәй Федерацияһы Президентының 1099-сы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт награда системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында»ғы Указына ярашлы[7], Рәсәй Федерацияһының юбилей миҙалдары айырым наградалар төрө булып тора, һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары булып һаналмай. Шулай уҡ дәүләт наградалары кеүек үк, Рәсәй Федерацияһының юбилей миҙалдарын раҫлай, һәм улар менән Рәсәй Федерацияһы президенты бүләкләй.
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһында Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары тураһында база нормаһы бар. 89-сы статьяға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Президенты Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаларын лайыҡлыларға тапшыра һәм Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен бирә. Дәүләт ҡоролошо практикаһында дәүләт башлығы дәүләт наградалары менән бүләкләп кенә ҡалмай, уларҙы раҫлай, бүләкләүҙең дөйөм тәртибен билдәләй, башҡа мәсьәләләрҙең күбеһен көйләй. Рәсәйҙә дәүләт наградалары менән бүләкләүҙе көйләгән хоҡуҡтың төп сығанаҡтары — Рәсәй президентының хоҡуҡи акттары — уның указдары һәм бойороҡтары тора.
Булған дәүләт наградаларының ҙур булмаған өлөшө закондар сығарыу (Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме, «Защитнику свободной России» миҙалы, «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы» миҙалы, «Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавты», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби лётчигы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған хәрби штурманы» кеүек маҡтаулы исемдәр булдырылды[8]. Ҡалған дәүләт наградалары, шул иҫәптән улар тураһында статуттар (положениелар), уларҙың тасуирламалары, президент указдары менән билдәләнгән[9].
Рәсәй дәүләт наградалары төркөмдәәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының юғары исемдәре һәм махсус айырма билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының иң юғары исемдәре — Рәсәй Федерацияһы Геройы, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы һәм Мать-героиня дәүләт наградаларының айырым төрөнә — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары иерархияһында беренсе урында торған юғары исемдәренә ҡарай[10].
Рәсәй Федерацияһы ордендары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй ойошмалары ордендарынан (РПЦ, Рәсәй император йорто һ.б.) айырыла, улар үҙ наградаларын (шул иҫәптән ордендарҙы) булдырырға хоҡуҡлы.
Изге Георгий орденының айырма билдәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһы миҙалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының почёт билдәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының айырма билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының почётлы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге 1341-се Указы ҡабул ителгәнгә тиклем РСФСР-ҙың маҡтаулы исемдәрен билдәләү тураһында хоҡуҡи акттар эшләгән. "Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы"нан дәүләт исеме "Рәсәй Федерацияһы"на үҙгәртелгәндән һуң (ҡара: 1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I һанлы РСФСР Законы) 1992 йылдың февраленән бөтә маҡтаулы исемдәрҙең атамаларында «Рәсәй Федерацияһы» һүҙе менән алмаштырылған, ләкин 1993 йылға тиклем «РСФСР» һүҙе наградалар билдәһендә яҙылған. 2007 йылдың 1 октябренә Рәсәйҙә 68 маҡтаулы исем (Рәсәй Федерацияһының 1992 йылдың 20 мартындағы 2555-I һанлы Законы менән билдәләнгән маҡтаулы исемдәрҙе иҫәпкә алып) булдырылған.[11][12] 2015 йылдың 16 мартына Рәсәйҙә 62 маҡтаулы исем булдырылған[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Награждение государственными наградами 2014 йыл 29 апрель архивланған.
- ↑ Указ Президента РФ от 2 марта 1994 г. № 442 «О государственных наградах Российской Федерации» 2001 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Государственные награды России: нормативные правовые акты 2012 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Государственные награды России: нормативные правовые акты 2012 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Государственные награды России: нормативные правовые акты 2012 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ Государственные награды России: нормативные правовые акты . Дата обращения: 23 май 2008. Архивировано из оригинала 19 февраль 2008 года.
- ↑ Указ президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. N 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» . Дата обращения: 17 сентябрь 2010. Архивировано 21 декабрь 2021 года.
- ↑ Щелоков А. А. Наградная неразбериха. Очевидны пробелы в законодательстве, не допустимые в демократическом государстве 2021 йыл 12 июль архивланған. // Независимое военное обозрение, 2006-04-07
- ↑ Трофимов Е. В. Правовое регулирование государственных наград в Российской Федерации 2020 йыл 22 май архивланған.. Автореферат диссертации на соискание учёной степени кандидата юридических наук. М., 2006
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 07.09.2010 г. № 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации» 2015 йыл 12 май архивланған.
- ↑ 11,0 11,1 Федеральным законом от 9 мая 2006 г. № 68-ФЗ установлено почётное звание Российской Федерации «Город воинской славы»
- ↑ Указ президента Российской Федерации от 30 декабря 1995 года № 1341 «Об установлении почётных званий Российской Федерации…» Дата обращения: 1 ноябрь 2015. Архивировано 12 июль 2021 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Награды новой России [Сост. В. С. Григорьев; под ред. Сыромятникова О. А. ; худож. Григорьев В. С.] — СПб.: Всемирный коллекционер, Докар, 1997. — ISBN 5-85952-071-9. — 112 c.
- Макаров В. С. Награды Отечества. // Военно-исторический журнал. — 1998. — № 5. — С.92-95.
- Награды России: Справочник / Сост. Д. В. Кузнецов. — Б.м.: Б.изд., 2022. — 472 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Грамотный протест президенту. Бывший министр геологии СССР публично отказался от награды из рук Медведева
- Официальный сайт «Государственные награды Российской Федерации»
- Портал о наградах России и СССР
- Ордена и медали России. Наградная система России и СССР 2013 йыл 5 май архивланған.
- Государственные награды Российской Федерации
- Награды России
- О наградной системе современной России
- История наградной системы России
- Указы президента РФ «О награждении государственными наградами»
- Калинин Д. А. Постсоветская наградная система как социально-политическое явление. — Мытищи, 2019. — 302 с. 2023 йыл 27 февраль архивланған.