Эстәлеккә күсергә

Рәхимов Хәлил Хәләф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхимов Хәлил Хәләф улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 2 май 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]

Рәхимов Хәлил Хәләф улы (2 май 1961 йыл) — ғалим-инженер, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2007—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары, 2008—2009 йылдарҙа Салауат ҡала хакимиәте башлығы.

Хәлил Хәләф улы Рәхимов 1961 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө нефть институтын «инженер-химик-технолог» һөнәре буйынса тамамлай. Техник фәндәр кандидаты (2005)[1].

19832001 — ААЙ "Салауатнефтеоргсинтез"дың нефть эшкәртеү заводында технологик ҡоролмалар операторы, АВТ-2 ҡулайламаһы начальнигы, 14-се цех начальнигы урынбаҫары, 11-се цех начальнигы, баш технологы, баш инженеры;

20012007 — ААЙ "Салауатнефтеоргсинтез"да генераль директорҙың беренсе урынбаҫары — баш инженеры, техник директоры-баш инженеры, баш инженеры;

20072008 — Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары;

20082009 — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы;

Рәхимов Х. Х. хакимиәт башлығы вазифаһынан ваҡытынан алда — үҙ теләге менән отставкаға китә[2]. Отставканың сәбәбе — илдә финанс кризис эҙемтәһе.

2009 йылдан — ААЙ "Салауатнефтемаш"тың (Газпром Нефтехим Салауат) генераль директоры.

2010 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем — Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының «Почётлы нефтсе»һе.
  • Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Почёт грамотаһы
  • Этилбензол-стирол етештереүҙе башлау хөрмәтенә ҡала округы хакимиәтенең Почёт грамотаһы,
  • «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» Бөйөк Петр миҙалы
  • I дәрәжә «Химия индустрияһы алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены.

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 28 уйлап табыуға патент һәм 50-нән ашыу фәнни-техник баҫма авторы.