Саванна сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Саванна сиркәүе
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1046
Дәүләт Грузия
Административ-территориаль берәмек Имеретия[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Саваннала Изге Георгий сиркәүе. (грузин: გიორგის წმინდა სავანის ეკლესია), көнбайыш Грузияла Имеретия төбәгенә яҡын Саванна ауылында 1046 йылда төҙөлгән бер нефлы базилика. Сиркәү бай биҙәлгән иконостасҡа һәм фасадтарының стеналарындағы декоратив деталдәргә эйә. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы исемлегенә индерелгән.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Саванна сиркәүе Саванна ауылының үҙәгендәге убала, Риони йылғаһының ҡушылдығы Квирила йылғаһының һул ярында урынлашҡан. 1920 йылда сиркәүҙе грузин тарихсыһы Эквтим Такаишвили ентекле өйрәнә.[2]

Архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш фасадта биҙәлгән нәҙек колонналар һәм ишек менән тәҙрә рамдары. Фронтон аҫтында арыҫлан рельефы

Изге Георгийға арналған Саванна сиркәүе һарғылт таштарҙан һалынған бер нефлы базиликанан ғибәрәт. Сиркәү планында тура мөйөшлө, күтәрмәһе менән бергә 15,9 × 14,5 квадрат метр майҙанды биләй.[3] Сиркәү интерьеры дүрт аркалы көмбәҙ менән уратып алынған[2]

Диуарҙары ағартылған, һынлы сәнғәт эҙҙәре юҡ. Сиркәү биш тәҙрә менән яҡтыртыла, көнсығыш һәм көнбайыш яҡта берәр тәҙрә, ҡалған тәҙрәләре көньяҡта урынлашҡан. Ишектәре көнбайыш һәм көньяҡта урынлашҡан. Һуңыраҡ, 14 һәм 15 быуаттарҙа көньяҡ ҡапҡа алдында ярым түңәрәк колонналар менән күтәрмә төҙөлә; һуңғы ваҡытҡа айырым бүлмәләрҙең көнсығыш һәм көнбайыш яҡтағы күтәрмәләргә өҫтәлеүе ихтимал[2]

Сиркәүҙең фасадтары бай биҙәлгән. Семәрле биҙәктәр кәрниздәргә, ишек һәм тәҙрә рамдарына һалынған. Көньяҡ фасады ҡабырға бүлмәләргә күтәрмәнең өҫтәп төҙөлөүе менән өлөшләтә үҙгәрә. 19 быуатта күтәрмәлә ҙур булмаған манара төҙөлә.

Яҙыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диуарҙарында соҡоп яҙылған яҙыуҙар күп. Көньяҡ фасадта тәҙрәнән һул яҡтағы яҙыуҙа эристав Георгийҙың сиркәүҙе төҙөүе тураһында әйтелә. Тағы бер яҙыу көнбайыш яҡта урынлашҡан. Унда Баграт осоро ваҡытында (1027-1072) 1046 йылда, сиркәү Георгий тарафынан эшләнгән тип яҙылған[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Просмотр "List of Immovable Cultural Monuments" (PDF) (Gürcüce). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Erişim tarihi: 25 July 2019.
  2. 2,0 2,1 2,2 Taqaishvili, Ekvtime (1936). "Four Basilican Churches of the Qvirila valley". Georgica. 1 (2-3), s. 155-163.
  3. Beridze, Vakhtang (1974). ძველი ქართული ხუროთმოძღვრება. (Gürcüce). Tbilisi. s. 146.
  4. Taqaishvili, Ekvtime (1936). "Four Basilican Churches of the Qvirila valley". Georgica. 1 (2-3), s. 155-163.