Сагамо
| Озеро | |
| Сагамо | |
|---|---|
| груз. საღამოს ტბა | |
| Морфометрия | |
| Абсолют бейеклеге | 1996 м |
| Майҙаны | 4,8 км² |
| Күләме | 0,0077 км³ |
| Иң тәрән урыны | 2,3 м |
| Уртаса тәрәнләк | 1,6 м |
| Бассейн | |
| Площадь бассейна | 528 км² |
| Впадающая река | Паравани |
| Вытекающая река | Паравани |
| Урынлашыуы | |
| 41°18′19″ т. к. 43°44′24″ кс. о.HGЯO | |
| Ил | |
| Регион административ бүленеше | Самцхе-Джавахети |
| Муниципалитет | Ниноцминдский муниципалитет |
Сагамо (груз. საღამოს ტბა) — Грузияның Ниноцминдский муниципалитетындағы күл. Ул Джавахет ҡалҡыулығында, Паравани йылғаһының бассейнында, диңгеҙ кимәленән 1996 м бейеклектә урынлашҡан.
Күлдең майҙаны 4,8 км2, уртаса тәрәнлеге — 1,6 метр, 2,3 метрға еткән ерҙәре лә бар. Бассейн майҙаны — 528 км2.[1] Һыу күләме — 7,7 млн м3. Барлыҡҡа килеүе тектоник (ер ҡабығы хәрәкәте һөҙөмтәһендә). Ер аҫты күле, ямғыр һәм ҡар һыуҙары менән тулылана. Май айында һыу иң юғары кимәлдә була, иң түбән — сентябрь айында. Күл аша Паравани йылғаһы ағып сыға.
Күлдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш ярҙары андезит (вулкан ваҡытында барлыҡҡа килгән таш) менән ҡапланған.[2] Күл трапеция формаһында. Июль айында һыу өҫтөндә температура 14,4 °C етә. Ҡыш көнө күл 4,5 айға туңа. Күл буйында Сагамо ауылы урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Апхазава И. С. Озёра Грузии. — Тбилиси: Мецниереба, 1975. — 181 с.
- ↑ Базисная исследование Ниноцминдского муниципалитета (груз.). Дата обращения: 26 август 2020. 2018 йыл 12 ноябрь архивланған.