Салауат ауыл Советы (Мәләүез районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат ауыл Советы
Дәүләт  СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 30 июнь 1990

Салауат ауыл Советы Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы һәм Салауат ҡалаһы янында урынлашҡан. 1980 йылдың 5 ноябрендә Ергән ауыл Советы составынан 12 ауылды сығарып, ( Венера ҡасабаһы, Үрге Юлдаш ауылы, Желанный утары, Ҡамбулат, Климовка, Константиновка, Нурдәүләт, Һабаш,  Семеновка, Столяровка, Йомаҡ, Юпитер ауылдары),бер үк ваҡытта Ергән ҡасаба Советы (Бер тораҡ пункты— Ергән менән) һәм Салауат ауыл Советы ойоштороп, барлыҡҡа килгән ауыл Советы.  1990 йылдың 30 июнендә Салауат ауыл Советы Мәләүез районының Ергән эшселәр ҡасабаһы составына индерелә

Салауат ауыл Советының ерҙәре һәм ауылдары ун йыл тереклек иткән осоронда бер нисә тапҡыр Салауат ҡалаһы составына индерелә. 

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Мәләүез районының Ергән тораҡ пунктын Салауат ауыл Советын Мәләүез районы составындағы эшселәр ҡасабаһы һәм Салауат ауыл Советы категорияһы иҫәбенә индереү тураһында» Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 5 майындағы 6-2/356 указы хәбәр итә:

Мәләүез районы Ергән тораҡ пунктын, атамаһын һаҡлап, эшселәр ҡасабаһы категорияһы иҫәбенә индерергә.. Ергән ауыл Советының Венера, Үрге Юлдаш,Желанный, Ҡамбулат, Килимовка, Константиновка, Нурдәүләт, Һабаш, Семеновка, Столяровка, Йомаҡ, Юпитер тораҡ пункттарын Салауат ауыл Советы составына индерергә.

http://zakon-region3.ru/1/59281/

1982 йылда Салауат составына Константиновка ауылы индерелә «Салауат ҡалаһы составына Констаниовка ауылын индереү тураһында» (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 30 декабрендәге  N 6-2/388 һанлы указы))

1987 йылда Мәләүез районының Салауат ауыл Советынан   иҫәп мәғлүмәттәренән Венера ҡасабаһы алып ташлана («Иҫәп мәғлүмәттәренән ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы алып ташлау тураһында» Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1987 йылдың 29 ғинуарындағы N 6-2/62 указы)

«Мәләүез районы Ергән эшселәр ҡасабаһы составына Салауат ауыл Советын индереү тураһында» Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 30 июнендәге 6-2/258 һанлы указы хәбәр итә:

1. Салауат ауыл Советын Мәләүез районының Ергән эшселәр ҡасабаһы составына индерергә.


2. Ергән эшселәр ҡасабаһы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

http://bashkortostan.news-city.info/docs/sistemam/dok_keqnyo.htm

1994 йылда элекке 2006 йылда тулыһынса рәсмиләштерелгән Салауат ауыл Советының Желанный һәм Юпитер ауылдарын Салауат ҡалаһы составына фактик инеүе законлы рәсмиләштерелә. «Мәләүез районы Ергән ҡасаба Советы административ- территориаль ҡоролошонан Желанный һәм Юпитер ҡасбаларын алып ташлау тураһында» Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының 1994 йылдың 16 декабрендәге 6-2/190 (21.06.2006) һанлы указы хәбәр итә:

Салауат ҡала Советы, Мәләүез районы халыҡ депутаттары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Министрҙар Кабинеты тәҡдимдәрен ҡарап, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

1. Мәләүез районы Ергән ҡасаба Советының Желанный һәм Юпитер ҡасабаларын Салауат ҡалаһы составына тапшырырға.

2.Мәләүез районы Ергән ҡасаба Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына яращлы билдәләргә.

2.1. Иҫәп мәғлүмәттәренән Желанный һәм Юпитер ҡасабаларын алып ташларға.

(2006 йылда 21 июнендә Башҡортостан Республикаһының 329-з һанлы законы тарафынан п. 2.1 индерелә)

3. Салауат ҡала Советы һәм Мәләүез районы халыҡ депутаттары Советына билдәләнгән тәртиптә Салауат ҡалаһы составына Желанный һәм Юпитер ҡасабаларын тапшырыуҙы йөкмәтергә.

http://bashkortostan.news-city.info/docs/sistemay/dok_kertno.htm

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]