Салауат индустриаль колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Салауат индустриаль колледжы
(СИК)
Асылған йылы

1957

Тип

Дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы, Колледж

Директор

Михайлов Александр Сергеевич[1]

Студенттар

~2000

Уҡытыусылар

~80

Юридик адресы

453259, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡ., Матросов бульвары, 27 й.

Сайт

salinc.ru

Карта

Салауат индустриаль колледжыБашҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында урта һөнәри белем биреү дәүләт тарафынан финансланған (бюджет) уҡыу йорто.

Салауат индустриаль колледжы — Салауат ҡалаһындағы иң ҙур уҡыу йорто, ул Салауат предприятиеларының урта һөнәри белем биреү һәм инженер-техник кадрҙар әҙерләүҙе тәьмин итә.

Колледжға «Төп төбәк мәғлүмәт технологиялары үҙәге», «Урта һөнәри белем биреү тармаҡ системаһының төп мәғлүмәт технологиялары үҙәге» статусы бирелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Техник училищеның төп бинаһы 1954 йылда төҙөлә[2]. Тәүҙә унда 3-сө техник училище урынлаша.

Колледжды тамамлаусыларҙың төп заказсыһы булып «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ нефть химияһы компанияһы тора (СНОС).

Техникумдың уҡыу-матди базаһын йыһазландырыуға техник училищеның төп предприятиеһы — «Салауатнефтеоргсинтез» ярҙам итә.

Колледжда белгестәр әҙерләү 14 һөнәр буйынса алып барыла, өҫтәмә һөнәри белем биреүҙең йөҙ илленән ашыу йүнәлеше бар, белгестәрҙе камиллаштырыу һәм ҡайтанан әҙерләү курстары, эшселәрҙе һөнәри уҡытыу һәм квалификация күтәреү курстары, сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә уҡытыу курстары бар.

Салауат индустриаль колледжы (техникум) 1957 йылда Өфө урман хужалығы техникумы менән Ишембай нефть химияһы техникумын берләштергәндән һуң ойошторола.Техникум Салауат ҡалаһының төҙөлөш объекттары һәм предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләй. Белгестәрҙең беренсе сығарылышы (168 кеше) 1961 йылда була.

Һөнәрҙәр буйынса белгестәр һәм профессиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Колледж түбәндәге профессиялар һәм һөнәрҙәр буйынса белгестәр әҙерләй[3]:

ОКСО коды

(Мәғариф буйынса һөнәрҙәрҙең дөйөм рәсәй классификаторы)

Белгес атамаһы
08.02.01 Биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм файҙаланыу
08.02.04 Һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы бүлеү (санитария)
09.02.07 Мәғлүмәт системалары һәм программалау
13.02.02 Йылылыҡ менән тәьмин итеү һәм йылылыҡ техникаһы ҡорамалдары
13.02.11 Электротехник һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү
15.02.14 Технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу саралары менән йыһазландырыу
15.02.08 Машиналар эшләү технологияһы
15.02.12 Сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау, техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау (тармаҡтар буйынса)
18.02.09 Нефть һәм газ эшкәртеү
23.02.07 Автомобилдәрҙең моторҙарын, системаларын һәм агрегаттарын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау
38.02.01 Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе (тармаҡтар буйынса)
43.02.15 Ашнаҡсы һәм кондитер эше
ОКСО коды

(Мәғариф буйынса һөнәрҙәрҙең дөйөм рәсәй классификаторы)

Белгес атамаһы
13.01.10 Электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү өсөн электротехник (тармаҡтар буйынса)
15.01.05 Иретеп йәбештереүсе (ҡул һәм өлөшләтә механизацияланған иретеп йәбештереү (иретеү))
15.01.20 Контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика буйынса техник (слесарь)
15.01.35 Слесарь эштәре мастеры
18.01.05 Органик булмаған матдәләр етештереү аппаратсы-операторы
18.01.27 Технологик насостар һәм компрессорҙар машинисы (операторы)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Администрация колледжа. Дата обращения: 19 октябрь 2015. Архивировано 18 ноябрь 2015 года.
  2. Леннинский путь — 3 октября 1954 года. Дата обращения: 20 май 2011. Архивировано 12 сентябрь 2012 года.
  3. ГБПОУ Салаватский индустриальный колледж. Информация для абитуриентов. salinc.ru. Дата обращения: 14 апрель 2017. Архивировано 14 апрель 2017 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Михайлов, А. С. Салауат индустриаль колледжы-һөнәри белем биреү өлкәһендә 50 йыллыҡ камил эш / а. С. Михайлов // Урта профессиональ белем. — 2007. — N 11.  41-се бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]