Салауат районы флагы
Салауат районы флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Юрисдикция таралышы | Салауат районы |
Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Муниципаль берәмеге флагы — муниципаль берәмектең рәсми символы булып торған танылыу-хоҡуҡ билдәһе.
Флаг 2006 йылдың 31 октябрендә раҫланған[1] һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдик регистрына 3229 номеры менән теркәлгән.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Тура мөйөшлө ҡыҙыл флаг, оҙонлоғо менән киңлеге нисбәте 2:3, үҙәктә ағасҡа табан сабып барған башҡорт милли кейемендәге аҡ төҫлө һыбайлы. Уның янбашында ян-һаҙаҡ, ә өҫкә күтәрелгән уң ҡулында һары төҫтәге йәйә».
Символиканы нигеҙләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат районы Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә боронғо Әйле ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә урынлашҡан. Тәү сиратта, башҡорт халҡының милли батыры, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының легендар етәкселәренең береһе Салауат Юлаевтың тыуған ере булараҡ билдәле. Көмөш һыбайлы — үҙ халҡына яҡтылыҡ һәм изгелек, азатлыҡ биргән, үҙенә яугир — полководец һәм шағир — импровизатор — ихласлыҡ, эскерһеҙлек, намыҫлылыҡ сифаттарын туплаған Салауат образын кәүҙәләндерергә тырыша, ә һыбайлы үҙе яугир ғәйрәтен ҡыйыулығын сағылдыра.
Уң ҡулындағы уҡһыҙ йәйә кереше салауаттарҙың тыныслыҡ һөйөүсәнлеге, ә һул ҡулының асыҡлығы — ихласлыҡ һәм асыҡлыҡ тураһында һөйләй. Флагтың ҡыҙыл төҫө — мөхәббәт, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ, киң күңеллелек, шулай уҡ азатлыҡ һәм Ватан өсөн ҡойолған ҡанды символлаштыра. Алға ынтылған башҡорттарҙың тоғро юлдашы ат — батырлыҡ, етеҙлек һәм маҡсатҡа ынтылыш символы булып тора һәм райондың именлеккә, матур тормошҡа ынтылыуын күрһәтә.
һары төҫ (алтын) — байлыҡ, муллыҡ һәм изгелек символы.