Сальск ипподромы
Ипподром | |
Сальск ипподромы
| |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Сальск |
Нигеҙләнгән | 1935 йыл |
Статус | эшләй |
Сальск ипподромы ― Сальск ҡалаһында 1935 йылда төҙөлгән ипподром.
Адресы: Ростов өлкәһе, Сальск ҡалаһы, Чернышевский урамы, 32/к. Директоры — Гладкий Роман Сергеевич.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылда Сальск дәүләт тоҡом малы үрсеткес тәүге дон һәм инглиз-дон аттарын үрсетеүсе булды. Шул уҡ йылда уның янында даими эшләүсе ипподром төҙөлә. Иң юғары күрһәткестәр 1970 йылдан 1991 йылға тиклем күҙәтелә. Сальск ипподромы хеҙмәте менән файҙаланыусы хужалыҡтар составында даими рәүештә 19 ферма һәм 2 ат заводы иҫәпләнә (Зимовниковский һәм С. М. Буденный исемендәге). Был йылдарҙа һынау үткән аттарҙың һаны 200-ҙән 350-гә тиклем тирбәлә. СССР тарҡалғандан һуң, был күрһәткестәр ныҡ кәмей. Мәҫәлән, 2012 йылда ипподромда бары бер генә сабыш көнө булған.
Ипподром 39,9 гектар майҙан биләй. Түңәрәк ябай, кәртәләнмәгән. Сабыш юлы оҙонлоғо — 1609 метр. Старт боксы юҡ. Старт, сабыш ҡатнашыусылары тигеҙләнеп баҫҡас, старт сигналын биреүсе флагты һелтәү буйынса башҡарыла. Сальск ипподромы территорияһында ат һарайы, спорт манежы, аттар өсөн ялан кәртә, ҙур булмаған ҡунаҡхана бар. Сальск ипподромы, Дәүләт завод атлыҡса (ГЗК — конюшня) функцияһын бергә алып барыуҙы дауам итә. Унда менге ат һәм екке ат тоҡомдарын үрсетеүсе нәҫел айғырҙары бар, уларҙы башҡа йылҡыларҙы ла ҡасырыу өсөн икенсе хужалыҡтарға ла биреп торалар[1].
2000-се йылдарҙа ат һарайының иң билдәле вәкиле булып[2] 2011 йылда Ростов ипподромындағы сабыштарҙың береһендә 7-се урынды алыусы саф тоҡомло инглиз туры айғыры Пилигрим (2007 йылда тыуған) һанала[3].
1997 йылдан[4] 2011 йылға тиклем «Сальская» дәүләт завод атлыҡсаһы Рәсәй Ауыл хужалығы министырлығы ҡарамағында була[5]. 2012 йылда «Сальская» дәүләт завод атлыҡсаһы эшмәкәрлеген яңынан башлай[6].
2011 йылда ипподромда урындағы матбуғатта ҙур яңғыраш алыусы үлтереш була[7].
Ипподромда йыш ҡына байрам саралары үтә, мәҫәлән, 2012 йылда Сальсктың 200 йыллығын[8] һәм 2013 йылда Сальск ҡалаһының ҡала көнөн байрам итәләр[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сальский ипподром
- ↑ Сальская заводская конюшня
- ↑ Пилигрим
- ↑ Приказ Минсельхозпрода РФ от 07.07.1997 № 316 «О государственном учреждении государственной заводской конюшне „Сальская“ с ипподромом в Ростовской области» 2017 йыл 21 июнь архивланған.
- ↑ Приказ Минсельхоза России от 26.09.2011 № 312 «О ликвидации ФГУ ГЗК „Сальская“ с ипподромом»(недоступная ссылка)
- ↑ К вопросу о деятельности ГЗК 2017 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Парень жестоко убил экс-подругу, узнав о ее беременности
- ↑ Сальску — 200 лет! 2020 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Празднование Дня города на ипподроме(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сальский ипподром сайте ОАО «Росипподромы»
- Ипподром (Сальск) Викимапияла