Эстәлеккә күсергә

Сальсомаджоре-Терме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сальсомаджоре-Терме
БайраҡГерб
Рәсем
Дәүләт  Италия
Административ үҙәк Salsomaggiore Terme[d]
Административ-территориаль берәмек Парма[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d]
Рәсми байрам Fiesta patronal[d]
Халыҡ һаны 19 990 кеше (1 ғинуар 2023)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 157 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Люксёй-ле-Бен[d], Хаммам-Лиф[d], Ялта[d], Экс-ле-Бен[d] һәм Кутро[d]
Сиктәш Медезано[d], Вернаска[d], Альсено[d], Фиденца[d] һәм Пеллегрино-Парменсе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 81,5 км² (9 октябрь 2011)[2]
Почта индексы 43039
Рәсми сайт comune.salsomaggiore-terme.pr.it
Урынлашыу картаһы
Изге ҡурсалаусы Виталий Медиоланский[d]
Сейсмическая классификация 3[d][3][4]
Урындағы телефон коды 0524
Номер тамғаһы коды PR
Карта
 Сальсомаджоре-Терме Викимилектә

Сальсомаджор-Тер (итал. Salsomaggiore Terme) — Италия ҡалаһы, Эмилия Романья төбәгендә Парма административ үҙәгенә буйһонған ҡала.

Халыҡ һаны 17 875 кеше тәшкил итә, халҡының тығыҙлығы 221 кеше/км². 81 км² майҙанды биләй. Диңгеҙ кимәленән 157 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡаланың почта индексы — 43039. Телефон коды — 0524.

Ҡаланың ҡурсалауы-яҡлаусыһы итеп изге Виталий Миланский иҫәпләнә. Байрамы йыл һайын 28 апрелдә үткәрелә. Сальсомаджоре Терме – Италияның ҙур булмаған курорт ҡалаһы. Ул бик матур тәбиғәтле Парма убаларында тора. Ҡала бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, һуңғы 50 йыл эсендә туристарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итеп тора: бында йыл һайын «Италия һылыуҡайы» конкурсы үткәрелә.

Сальсомаджоре термаль курорт булараҡ, үҙ тарихын Мария Луиза Австрийская ваҡытынан алып иҫәпләй:ул термаль һыу менән дауаланыуҙы модаға индергән. Сальсомаджоре Терме исеме үк бында соляр һыуҙар менән борондан халыҡ дауаланғаны тураһында һөйләп тора. Курортта бер нисә төрлө үҙенсәлекле минераль сығанаҡтар бар, мәҫәлән: «Aqua Madre» - үҙ эсенә йод алған кальцийһыҙ, тимерһеҙ эҫе һыу. Сальсомаджоре Терме ҡалаһында ошо сығанаҡтар нигеҙендә төрлө термаль комплекстар бар. Шуларҙың иң билдәлеһе - Берзиери палаццоһы. Был комплекс Сальсомаджоре Терме ҡалаһының үҙәгендәге Берзиери майҙанында урынлашҡан. Комплекс урындағы һыуҙарҙың шифалы үҙенсәлектәрен беренсе булып асҡан табип Лоренцо Берзиери хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Комплекс бинаһы күркәм мозаика һәм фрескалар менән биҙәлгән, улар һыуҙың шифалы һәм көслө булыуының символын күрһәтеп тора.

Сальсомаджоре Терме ҡалаһының иң шәп хәҙерге заманса фешенебелле термаль комплексы - Зойа Спа - ҙур Маццини паркында урынлашҡан. Был термаль шифаханала эстетик медицина һәм гидротерапия дауалау күрсын үтергә мөмкин.

  1. https://demo.istat.it/?l=it
  2. Superficie di Comuni Province e Regioni italiane al 9 ottobre 2011ISTAT.
  3. (unspecified title)
  4. https://rischi.protezionecivile.gov.it/it/sismico/attivita/classificazione-sismica